+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2020, 23:40

Батырҙар көнө менән!

27 декабрь - Батырҙар көнө.Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған. Улар тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республикала Яңы йыл каникулдарында уҙғарыласаҡ байрамдар исемлегенә 27 декабрь Батырҙар көнө булараҡ индрелгәйне. Ул көн тамамланыуға табан барһа ла, редакцияның электрон почтаһына үҙҙәренең батырҙарын маҡтаған хаттар, видеолар килеүен дауам итә.
Ошо уңайҙан Буранғол ауылында ла байрам уҙғарылған. Унда гер күтәреү менән шөғөлләнеүселәр үҙ-ара көс һынашҡан, сөнки ауыл халҡы спорт менән шөғөлләнеүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың файҙаһы күп икәнен аңлай. Һауа торошоноң ҡатмарлы булыуына, буран сығып тороуына ҡарамаҫтан, Буранғол үҫмерҙәре мәҙәниәт йортона йыйылған. Өлкәндәрҙән Хәтипов Фәнүр һәм Кәбир Ғәскәров балалар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторған. Ғәскәров Рөстәм, Әсәҙуллин Руслан, Әхмәҙуллин Руслан, Минебаев Алмаз, Мырҙагәрәев Данис гер спортында үҙҙәренең көсөн һынап ҡараған. Киләсәктә, бәлки, улар араһынан да танылған спортсылар сығыр. Егеттәр башҡаларҙы ла үҙҙәренең миҫалына эйәрергә, сәләмәт тормош алып барырға өндәй.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Кәбир Ғәскәров герҙе иң күп күтәреүсе булған.


Читайте нас: