+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2020, 22:15

Батырҙары ла, батырҙары!

27 декабрь - Батырҙар көнө.Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған.Улар тураҡында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республикала Яңы йыл каникулдарында уҙғарыласаҡ байрамдар исемлегенә 27 декабрь Батырҙар көнө булараҡ индерелгән.
Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған. Байрам сараларының төп өлөшө үҙәк майҙанда уҙған. Унда батырҙар йәйәнән атыу, ҡул көрәше, арҡан тартышыу һәм гер күтәреүҙә көс һынашҡан.
Ауыл халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған, сөнки спорт менән шөғөлләнеүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың файҙаһы күп икәнен барыһы ла яҡшы аңлай.
Ошо уңайҙан, мәҫәлән, Рассвет ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Генрих Исаев менән ғорурланыуҙары тураһында белдергән. Улар яҡташтарын ысын баһадир, тип иҫәпләй.
Көрмәнкәй ауылында спорт мастеры Евгений Андреевич Нестеренко ауылдаштары өсөн гер күтәреү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторған.
Александровка ауылының "Батырҙар" командаһы ҡалала уҙған спорт сараһында сығыш яһаған. Гер спорты буйынса флешмобта ҡатнашыусы Александр Бланк, Василий Леонов, Дмитрий Степановтар кешеләрҙе: "Сәләмәт тормош алып барығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!"- тип өндәй һәм яҡынлашып килгән байрамдар менән ҡотлай.
Читайте нас: