+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2020, 18:10

Республика Батырҙар көнөн билдәләй

27 декабрь - Батырҙар көнө.Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған. Улар тураҡында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республикала Яңы йыл каникулдарында уҙғарыласаҡ байрамдар исемлегенә 27 декабрь Батырҙар көнө булараҡ индерелгән.
Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған. Һауа торошоноң ҡатмарлы булыуына, буран сығып тороуына ҡарамаҫтан.
Байрам сараларының төп өлөшө үҙәк майҙанда уҙған. Унда батырҙар йәйәнән атыу, ҡул көрәше, арҡан тартышыу һәм гер күтәреүҙә көс һынашҡан.
Ауыл халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған, сөнки спорт менән шөғөлләнеүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың файҙаһы күп икәнен барыһы ла яҡшы аңлай.
Ошо уңайҙан Ивановка ауылында ла байрам уҙғарылған. Унда гер күтәреү менән шөғөлләнеүселәр үҙ-ара көс һынашҡан. Сарала ҡатнашыусылар Михаил Филяев, Владимир Никульшин, Андрей Салов һәм Артем Хамченколарҙың ауыр герҙе ҡулдарында еңел генә өйөрөлтөүҙәрен күреп хайран ҡалған.
Ивановка батырҙары башҡаларҙы ла уларҙың миҫалына ҡушылырға саҡыра. "Сәләмәт тәндә -сәләмәт рух", - тиҙәр улар.
Читайте нас: