+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2020, 22:40

Сапҡан атыңды ла туҡтатыр...

27 декабрь - Батырҙар көнө.Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған. Улар тураһында ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республикала Яңы йыл каникулдарында уҙғарыласаҡ байрамдар исемлегенә 27 декабрь Батырҙар көнө булараҡ индерелгән.
Ошо уңайҙан ҡалабыҙҙа һәм районыбыҙҙа төрлө спорт саралары ойошторолған.
Байрам сараларының төп өлөшө үҙәк майҙанда уҙған. Унда батырҙар йәйәнән атыу, ҡул көрәше, арҡан тартышыу һәм гер күтәреүҙә көс һынашҡан.
Ауыл халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған, сөнки спорт менән шөғөлләнеүҙең, сәләмәт тормош алып барыуҙың файҙаһы күп икәнен барыһы ла яҡшы аңлай.
Батырҙар тип әйткәндә, беҙҙең күҙ алдына, тәү сиратта, баһадир ир-аттарыбыҙ килеп баҫа. Эйе, донъя мәшәҡәттәренең, барлыҡ ауырлыҡтарҙың күпселеге уларҙың көслө иңенә ята. Улар утынын да яра, бесәнен дә саба, ауыр тоҡтарҙы ла ҡулбаштарында ташый.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ла ир-егеттәрҙән һис тә ҡалышмағандары аҙ түгел. Алға ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Минекәйева ана шундай ханымдарҙың береһе. Ул гер күтәреү спорты менән дә, төрлө эспандерҙарҙа ла шөғөлләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ир-егеттәрҙән һис тә ҡалышмай. Рус әйтемендә әйтелгәнсә: "Янған йортҡа ла инә, сапҡан атты ла туҡтата" ала Рәшиҙә ханым. Улар тормош иптәше Ғәбделхәй менән бөгөнгө байрам уңайынан уҙғарылған флешмобта ҡатнашҡан һәм оҫталыҡ дәресе уҙғарған. Ғәбделхәй күтәргән гантелдәрҙең ҡәр ҡайһыһының ауырлығы - 8-әр килограмм, Рәшиҙәнекеләр -1-әр килограмм.
Ә Балалар сәнғәт мәктәбенең Ҡоръятмаҫ ауылындағы филиалының хореография бүлегендә әле яңы ғына шөғөлләнә башлаған йәш батырҙар етәкселәре, хореограф Айһылыу Ғәлиуллина менән байрам хөрмәтенә дәртле бейеү сәхнәләштергән һәм район халҡына "Батырҙар бейеүе"н бүләк итә.
Читайте нас: