+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2020, 17:30

Үгеҙ нимә яратмай?

Киләһе йыл үгеҙ йылы. Ә үгеҙгә нисек ярарға? Нимәләр эшләргә? Нимәләр эшләмәҫкә?Был турала ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йылды нисек ҡаршы алырға йыйынаһығыҙ?

Яңы йыл үҙенсәлекле байрам инде ул. Уны нисек ҡаршы алһаң, шулай үтә тиҙәр. Ырым-юрауҙары ла, ышаныуҙар ҙа мулдан. Яңы йылға бәйле төрлө-төрлө һынамыштар йөрөй. Әйтәйек, сәғәт ун икене һуҡҡанда, теләк теләп, ун ике йөҙөм ҡабырға кәрәк.

Яңы йылға сыҡҡас, беренсе минуттарында шампан шарабы һалынған бокалын өйләнмәгән егет менән сәкәштергән ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтле булыр, ти был йыл.

Сәғәт ун икене һуҡҡас, яратҡан кешеңде үпһәң, Яңы йылда гел аңлашып, сөкөрҙәшеп йәшәрһегеҙ.

Теләктәр үтәлһен өсөн уларҙы ҡағыҙға яҙып, яндырып, көлөн шампан шарабы менән эсеп ҡуйырға кәрәк.

Иҫке йылдың һуңғы минутында мандарин йәки виноград ашап ҡуйһағыҙ, киләһе йылда бай буласаҡһығыҙ.

Киләһе йыл үгеҙ йылы. Ә үгеҙгә нисек ярарға? Нимәләр эшләргә? Нимәләр эшләмәҫкә? Ҡарағыҙ әле, был ҡағиҙәләр бер аҙ сәйерерәк кеүек түгелме?

Яңы йылда аҡса, уңыш, тыныс тормош йәлеп итер өсөн уны ҡаршылағанда, тәҙрәнән башты тығып, үгеҙ кеуек мөңрәп алырға кәрәк.

Яңы йылда “мөгөҙҙәр” булмаһын өсөн өлкәндәр маңлайын ишеккә ышҡып алырға тейеш икән...

Сысҡан йылын да бөтә шартына тура килтереп ҡаршылаған кеүек инек. Күрмәгәнде күрһәтте. Был ун ике хайуанға ярарға тырышып, йыл һайын күпме ғилем туплайбыҙ, ә йылдар...

Киләһе йыл хәйерле булһын инде. Яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән, дуҫтар!

Автор : Тухватуллина Алсу.

Фото: vladtime.ruvash-ng.ru
"Өмөт" гәзите материалдарынан.
Читайте нас: