+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2020, 20:40

Үгеҙ йылы менән!

28 декабрь - Туған телдә яңы йыл ҡотлауҙары көнө.Киләһе ҡотлау һәм теләктәр бик матур шиғыр юлдары менән шаярыу ҡатыш яҙылған.Беҙҙең сайттан уҡығыҙ, дуҫтар!Үгеҙ көслө булһын! Байрам менән, дуҫтар!

Ике мең дә егерме бер-
Уның хужаһы -үгеҙ.
Көс-ҡеүәтен күрһәтергә
Уға бирелгән мөгөҙ.
Үгеҙ йылы! Көслө булыр,
Ковидты һөҙөп йығыр.
Кешеләр ҙә инде хәҙер
Шатлыҡтан ғына илар.
Күпте күрҙек, белдек күпме
Быйыл өр-яңы һүҙҙәр?!
Онлайнға күсеп йәшәп,
Нурланыш алды күҙҙәр.
ZOOM тигән платформа
Барыбыҙҙы һыйҙырҙы.
Дистанцион уҡыу беҙҙе
Инде тамам туйҙырҙы.
Ике мең дә егерме бер
Аса беҙҙең ишекте.
Үгеҙ хужа, ә ул көслө,
Бөтөрөр беҙҙең шикте.
Уҡый башларбыҙ мәктәптә
Уҡытыусылар менән.
Үҙ балалары шикелле
Һағынғандарын беләм.
Ике мең дә егерме бер
Биҙәр тарихтың битен.
Мәктәптә ашарбыҙ көн дә,
Яратып тауыҡ итен.
Яҡынлашты, ишек ҡаға
Ике мең егерме бер!
Борсолмағыҙ, Ҡыш Бабай ҙа
Килер беҙгә барыбер.
Шыршыбыҙҙың тирәһендә
Алыр, тимен, ул бейеп.
Закон боҙмай Ҡыш Бабабыҙ,
Килер битлеген кейеп.
Байрам менән һеҙҙе, дуҫтар,
Йәшәйек гел бәхетле!
Яңы йылда һөйөнөстәр
Килһен бейек тау хәтле!

Нәҡиә Хәйруллина.

"Өмөт" гәзите материалдарынан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: