Беҙҙең һәр аҙымыбыҙҙы сәғәт һанап тора һәм ул кеше яҙмышында мөһим ролдәрҙең береһен уйнай.
Элекке заманда кешелек ваҡытты ҡояшҡа һәм ҡомға ҡарап билдәләгән. Бөгөн иһә тормошобоҙҙо сәғәттән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай итеп сәғәт яһаусылар өсөн генә түгел, бөтә ил граждандары өсөн дә Сәғәттәр көнө булдырылған. Уны 25 сентябрҙә билдәләйҙәр.
Йыл һайын был көндө сәғәт телдәре ваҡыттың бер урында ғына тормауын иҫкә төшөрә.
Тормошта төрлө ваҡиғалар артта ҡала, ә ваҡыт алға елә.