-10 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
3 Января 2021, 02:45

2021 ЙЫЛ – АҠ ҮГЕҘ ЙЫЛЫ. БЕҘГӘ УЛ НИМӘЛӘР ВӘҒӘҘӘ ИТӘ?

Үгеҙ йылы, Буға йылы – Сысҡан йылынан һуң, Барыҫ йылынан алда килә торған мөсәл иҫәбенең икенсе йылы. Киләһе 2021 йылдың хужаһы Аҡ Тимер Үгеҙ вәғәҙәләүенсә, бөтә 12 ай ҙа бик күтәренке кәйефтә үтәсәк. Был осор тыныс һәм тотороҡло буласаҡ, унда асыҡ конфликттар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй. Астрологтар вәғәҙәләүенсә, 2021 йылды дипломатия йылы тип атарға мөмкин, хатта дошмандарығыҙ менән килеп сыҡҡан киҫкен һорауҙарҙа компромисс табасаҡһығыҙ.Үгеҙҙең йондоҙнамә билдәләренә тәьҫире, шәхси тормоштар ниндәй үҙгәрештәр көтөүе, һаулыҡ торошо тураһында сайтта уҡырһығыҙ.

Үгеҙ йылы, Буға йылы –Сысҡан йылынан һуң, Барыҫ йылынан алда килә торған мөсәл иҫәбенең икенсе йылы. Киләһе 2021 йылдың хужаһы Аҡ Тимер Үгеҙ вәғәҙәләүенсә, бөтә 12 ай ҙа бик күтәренке кәйефтә үтәсәк. Был осор тыныс һәм тотороҡло буласаҡ, унда асыҡ конфликттар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй. Астрологтар вәғәҙәләүенсә, 2021 йылды дипломатия йылы тип атарға мөмкин, хатта дошмандарығыҙ менән килеп сыҡҡан киҫкен һорауҙарҙа компромисс табасаҡһығыҙ.

Үгеҙҙең йондоҙнамә билдәләренә тәьҫире
Бөтә 2020 йыл буйы Аҡ Сысҡан ихлас тырышҡан билдәләргә карьера өлкәһендә, шәхси үҫештә һәм финанс хәлдәрен яҡшыртырға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Үгеҙ йылы башланыу менән яңы үҙгәрештәр киләсәк. Йыл яҡлаусыһы кешеләргә асығыраҡ булырға ярҙам итер. Уларға яңы таныштар табыу һәм потенциал эш биреүселәр, партнерҙар менән диалогҡа инеү еңел буласаҡ. Үгеҙ кешеләрҙе ныҡышмалыраҡ итәсәк. Кем үҙ алдына маҡсат ҡуя һәм үҙ өҫтөндә эшләп, уға ҡарай ышаныслы хәрәкәт итә – үгеҙҙәр уларға ярҙам итергә әҙер торасаҡ.
Маҡсатҡа ынтылыш Үгеҙ тарафынан тулыһынса бүләкләнәсәк, бында хәл-ваҡиғаларҙың уңышлы ағышына, тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамына һәм илтифатлылығына өмөт итергә була.
Шәхси тормошта үҙгәрештәр
Был йылда ғаиләлеләргә еңелсә флиртты ситтә ҡалдырып торорға кәңәш ителә. Йыл хужаһы ситтә бәйләнеш булдырғандарға кире ҡарашта, ул тик ышаныслы партнерҙарға һәм ныҡлы ғаилә булдырырға теләгәндәргә генә ярҙам итәсәк. Үгеҙ өсөн тоғролоҡ һәм намыҫ төшөнсәләре – ябай һүҙҙәр генә түгел. Ул тормош иптәштәренә хыянат иткәндәрҙе, ситтә интригалар булдырғандарҙы өнәмәй.
Үгеҙ йылында һаулыҡторошо
Үгеҙ – сыҙам һәм көслө хайуан, һәм, әлбиттә, был сифаттарҙы ул 12 йондоҙнамә билдәһенә лә бирәсәк. Шулай ҙа, яҡшы хәл-торош кем үҙенең һаулығына иғтибарлы һәм табиптарға йыш күренеп, тикшерелеп тора – уларға юлдаш булыр. Һәр билдәгә лә ашауына иғтибар итергә кәрәк. Кешенең дөйөм хәле күп осраҡта рационға бәйле. Ашаған ризығығыҙҙың нигеҙендә витаминдар һәм микроэлементтар менән байыҡтырылған аҙыҡ-түлек ятырға тейеш.
Ялығыҙҙы файҙалы итеп, күп ваҡытты тәбиғәттә үткәрергә тырышығыҙ.
Үгеҙ – хеҙмәт һөйөүсән хайуан, үҙ эше менән булғандарға ул ярҙам итәсәк. Шулай ҙа карьера тип сабып, уның һаулыҡҡа килтергән зыян яғын да оноторға ярамай. Эш һәм ял араһында баланс табырға – шул саҡта бөтә маҡсаттарға ирешерһегеҙ, ә дөйөм хәлегеҙ иң яуаплы мәлдә һынатмаҫ.

Сысҡан йылының күңелһеҙлектәре күп булды. Хәҙер инде бөтә өмөт Үгеҙ йылында.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Эш урынында һеҙҙе яңы статус көтә. Яңы мөмкинлектәр, өмөтлө пландар барлыҡҡа киләсәк. Тик хыялдарығыҙға ғына түгел, хатта уйҙарығыҙға ла яуызлыҡ индерә күрмәгеҙ. Юҡһа бөтөн уңыштарығыҙ селпәрәмә килергә мөмкин. Аҡсаға килһәк, йыл әйләнәһе уға ҡытлыҡ кисермәйәсәкһегеҙ. Тик сит ил аҡсаһы менән бик һаҡ булыу кәрәк! Юҡһа мутлашыусылар ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар. Һөйөклөгөҙ менән мөнәсәбәттәр – тел-теш тейҙергеһеҙ! Шикләнеүҙәр менән генә араға һыуыҡлыҡ инмәһә… Сәләмәтлек мәсьәләһендә лә борсолорға урын юҡ. Шулай ҙа ыңғай фекер йөрөтөргә, юҡҡа-барға үҙегеҙҙе бөтөрмәҫкә өйрәнеү кәрәк буласаҡ.
Буға (21.04 – 20.05)
Сабырлыҡты йыйып, бик ҡаты эшләргә әҙер тороғоҙ. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар аша уҙырға ла тура килер. Әммә күңелегеҙҙе төшөрәһе түгел, барыһы ла бик һәйбәт килеп сығасаҡ! Һөҙөмтәһе финанс муллығы менән ҡыуандырасаҡ. Йәғни мәҫәлән, кеҫәләрегеҙ буш тормаясаҡ. Ләкин эс бошҡандан ғына аҡса туҙҙырмау һәйбәт булыр. Сөнки йәйен кәрәк әйберҙәргә байтаҡ ҡына аҡса талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә ваҡыт-ваҡыт күңелгә һары май булып ятырҙай тынлыҡ урынлашасаҡ. Шундай миҙгелдәрҙә күңелегеҙҙең нимә теләүенә төшөнәсәкһегеҙ. Балаларығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән әленән-әле һөйөндөрөп торасаҡ. Һаулығығыҙ тәртиптә буласаҡ.
Игеҙәктәр (21.05 – 21.06)
Яратҡан эшегеҙ ялыҡтыра башлар, моғайын. Шуға күрә эш урынын алыштырыу теләге тыуырға мөмкин. Әммә ашыҡмағыҙ әле! Сабыр төбө – һары алтын, тигәнде иҫтә тотоп, әкрен генә эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ. Шулай итеп, юғарыраҡ баҫҡысҡа ла менеп китәсәкһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә – тәртип. Хеҙмәт хаҡығыҙ артасаҡ, премиялар йыш биреләсәк. Ләкин шикле эштәр йоғонтоһона бирелеүҙән һаҡ булығыҙ: аҡсағыҙҙы елгә осороу ҡурҡынысы бар. Туғандар араһында үпкә-рәнйештәр онотолоп, асыҡтан-асыҡ эскерһеҙ һөйләшеү көтелә. Шунан һуң бик еңел булып китәсәк. Сәләмәтлеккә килгәндә, ваҡ-төйәк сирҙең хроник ауырыуға әүерелеп китеүе бар. Шуға күрә организмда әҙ генә тайпылыш һиҙеүгә, табипҡа күренеү һәйбәт. Йәй аҙағы – көҙ башынан тормошоғоҙҙоң бар өлкәһендә лә уңай ғына килеп торасаҡ.
Ҡыҫала (22.06 – 22.07)
Йыл башында бик ныҡ арыу хисе баҫырға мөмкин. Әммә бирешмәҫкә! Һеҙҙе бер кем дә ниәттәрегеҙҙән кире ҡайтара, юлығыҙға ҡаршы төшә алмаҫҡа тейеш. Алға ҡуйылған маҡсатығыҙға табан тырышып барһағыҙ, зарығып көтөлгән уңышҡа, һис шикһеҙ, ирешәсәкһегеҙ. Финанс өлкәһендә ҡайғырырға кәрәкмәй. Өйөгөҙҙә йыл дауамында муллыҡ хөкөм итәсәк. Шулай ҙа бурысҡа аҡса биреп тормау хәйерле: бурысҡа алыусылар менән тауыш-ғауға сығыу ҡурҡынысы бар. Сәләмәтлек тураһында. Иммунитетты нығытығыҙ. Сит илдәрҙең шау-шыулы курорттары, экзотик экскурсиялары урынына үҙебеҙҙең ябай ғына санаторийҙарҙы һайлағыҙ. Шулай икән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.
Арыҫлан (23.07 – 23.08)
Үҙгәрештәр осоро етә. Эштән ҡәнәғәтһеҙлек хисе көсәйгәндән-көсәйә барасаҡ. Элекке эш урынында ҡалырғамы, әллә инде яңыһын табырғамы – икенең береһен һайлап алырға кәрәк буласаҡ. Хафаланмағыҙ: эске һиҙемләүегеҙ бик дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итәсәк. Аҡсаны юҡҡа-барға исраф итмәгәндә, ғаилә бюджетында көйһөҙлөктәр килеп сыҡмаясаҡ. Ҡайһы берәүҙәр бик ныҡ ғашиҡ булырға мөмкин. Әммә был ғаиләләрҙе тарҡатыуға уҡ барып етмәйәсәк. Дуҫтарығыҙ һәм туғандарығыҙ һөйөндөрәсәк. Улар бик күп эштәрегеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Сәләмәтлек мәсьәләһендә иң элек дөрөҫ туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк буласаҡ. Майлы, татлы, ҡамыр ризыҡтарын кәметеү яғын ҡарарға!
Ҡыҙ (24.08 – 22.09)
Ваҡытлыса ауырлыҡтар арҡаһында эш алыштырыуға ҡәҙәр барып етмәҫкә! Бер аҙ түҙһәгеҙ, барыһы ла элекке эҙенә ҡайтасаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән үҙ-ара аралашыуҙа ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар килеп сығырға мөмкин. Әммә әҙәпле һәм тыйнаҡ булыуығыҙ тауыш сығыуҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирәсәк. Йыл башында аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин. Уйланылмаған сығымдар күп – шуға шулай. Борсолмағыҙ: йыл урталарында финанс хәлегеҙ бик ныҡ яҡшырасаҡ. Ғаиләлә – тыныслыҡ. Хәләлегеҙ менән уртаҡ тел таба алмау кеүек ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәр артта ҡаласаҡ. Ә яңғыҙҙар үҙҙәренең мөхәббәттәрен табасаҡ. Бәхетегеҙҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Яҙмыш һеҙҙе һәйбәт кеше менән ҡауыштырасаҡ. Сәләмәтлеккә килгәндә, уның тураһында артығын ҡайғыртаһығыҙ, юҡтан ғына үҙегеҙҙә төрлө ауырыуҙар “табаһығыҙ”, шуға йыш ауырыйһығыҙ. Киләһе йылда буласаҡ бер хәл был ғәҙәтегеҙҙе юҡҡа сығарып, үҙегеҙҙе бермә-бер яҡшыраҡ тоя башлауға килтерәсәк.
Үлсәү (23.09 – 23.10)
Һеҙҙең өсөн бик уңышлы йыл. Эштәрегеҙ күп буласаҡ һәм улар үҙегеҙгә иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтлек хистәре килтерәсәк. Яңы таныштарығыҙ аҡсалыраҡ эшкә күсенеү йәки юғарыраҡ вазифаға күтәрелергә ярҙам итәсәк. Етәксегеҙ һәр бер эшегеҙҙе тейешенсә баһалаясаҡ. Ҡысҡаһы, хеҙмәт хаҡы ла шәп, премияларға ла өмөт итеп буласаҡ. Көҙөн яҡындарығыҙ үҙегеҙҙе ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырасаҡ. Ғаиләлә – именлек. Әммә һаман эш кенә булмаһын. Һөйөклөгөҙ, балаларығыҙ тураһында ла онотмағыҙ. Иғтибар-ҡайғыртыуығыҙ ваҡ-төйәк тауыш-ғауға, үпкә-рәнйештәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ. Сәләмәтлек өсөн борсолорға тура килмәйәсәк. Шулай ҙа иммун системаһын нығытыу өсөн һыу менән дуҫ булыу – йышыраҡ мунса инеү, бассейнға йөрөү, йәйен һыу ятҡылыҡтарында ҡойоноу һәйбәт.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, ваҡиғаларға бай йыл көтә. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торасаҡ, эшлекле, булдыҡлы булыуығыҙ күптәрҙе көнләштерәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә зурыраҡ вазифаға күтәрелеп ҡуйыу ихтималы ғәйәт ҙур. Аҡсаға килгәндә, етәксегеҙ уңыштарығыҙҙы күрәсәк, әммә хеҙмәт хаҡын арттырырға атлығып тормаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләлә үҙегеҙҙең беренсе булып һүҙ башлауығыҙ зыян итмәйәсәк. Уның ҡарауы, ситтән аҡса эшләү юлдары сығып ҡына торасаҡ. Йыл урталарында үҙегеҙҙе ҡыҙыу мөхәббәт хисе ҡуҙғытып алыуы бар. Ғаиләлеләргә нисек тә хистәрен йүгәнләргә тура киләсәк. Юҡһа…
Сир-сорға бирешмәҫ өсөн эште ял менән сиратлаштырыу һәйбәт булыр. Юҡһа стресҡа бирешеүҙәр булырға мөмкин.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Эштә баш әйләндергес уңыштарға ирешәсәкһегеҙ! Әммә уяуыраҡ булығыҙ. Тирәгеҙҙә көнсөлдәр һәм үҙегеҙҙе дошман күреп йөрөүселәр пәйҙә булырға мөмкин. Улар менән асылып һөйләшә күрмәгеҙ. Серҙәрегеҙҙе бары тик яҡындарығыҙға ғына сисегеҙ. Аҡса тигәндә, һанағанды яратыуын беләһегеҙ. Шуны онотмағыҙ. Был мәсьәләлә әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар булмаһа ла, артығын сығымламау яҡшыраҡ. Кредиттарығыҙ өсөн борсолаһы юҡ: улар хатта ваҡытынан алда түләнеп бөтәсәк. Ғаиләлә үтә лә бәхетле, тыныс, мул осор етәсәк. Һөйөклөгөҙ үҙегеҙҙе тик күтәреп кенә йөрөтмәйәсәк – һеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаясаҡ, байрамдарҙа затлы бүләктәр менән ҡыуандырасаҡ.
Сәләмәтлек тә, юҡ-бар һалҡын тейеүҙәрҙе һанамағанда, йыл дауамында әллә ни һынатмаясаҡ.
Кәзәмөгөҙ (22.12 – 20.01)
Быға тиклем хәл итеп булмаҫ кеүек тойолған проблемаларҙың осона сығыу өсөн үтә һәйбәт мөмкинлектәр асыласаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙҙең дә ярҙамы ҙур буласаҡ. Бары тик уларға өҫтән генә ҡарамаҫҡа… Аҡса янсығы ла йыл дауамында ҡыштырлап торған ҡағыҙҙарҙан өҙөлмәйәсәк. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡ бурыстарҙан, хатта ҙур ғына кредиттарҙан ҙа ҡотола аласаҡһығыҙ. Ләкин аҡсаны шикле эштәргә йәлеп итеүҙән һаҡ булығыҙ – “яныу” ҡурҡынысы ҙур. Бәхеткә, ғаилә тормошонда бер ниндәй юғалтыуҙар көтөлмәй. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр тағы ла нығып, бер-береңә ҡарата йылы хистәр көсәйәсәк.
Сәләмәтлеккә килгәндә, аяҡта йөрөп уҙҙыра торған ваҡ-төйәк сирҙәрҙән ҡала, башҡа бер нимә лә борсомаясаҡ. Профилактика саралары күрелһә, улары ла урап уҙасаҡ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Эштәге барлыҡ “баш ауыртыуҙар” артта ҡаласаҡ. Һәйбәт хеҙмәт хаҡы алып эшләүсе хеҙмәткәргә әйләнәсәкһегеҙ. Шуға күрә финанс мәсьәләһендә барыһы ла ал да гөл буласаҡ: бик ҡиммәтле әйберҙәр алырға уйлаһағыҙ ҙа, бурысҡа инмәгеҙ. Ғаиләлә лә борсоуға һалырлыҡ бер ни ҙә булмаясаҡ. Ә инде балаларығыҙҙың күңелле мәшәҡәттәре яҡты киләсәккә бик зур өмөттәр уятасаҡ. Бынан тыш йәй урталарындағы бер ваҡиға матди хәлегеҙҙең иҫ киткес яҡшырыуына ишараяласаҡ.
Сәләмәтлек мәсьәләһенә килгәндә, организмығыҙҙы тыңларға өйрәнегеҙ, уны артыҡ ҙур көс һалып эшләргә мәжбүр итмәгеҙ. Туҡланыуға иғтибарлы булығыҙ, спорт, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Юҡһа һыуыҡ тейеү кеүек юҡ-бар сирҙәр эләгергә генә торасаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Әкрен барған тиҙ етер. Һеҙҙең өсөн был йылдың девизы нәҡ шундай. Эштәрегеҙҙе бик ентекләп планлаштырып, ашыҡмайса, ипләп кенә башҡарһағыҙ, маҡсаттарығыҙға, һис шикһеҙ, ирешмәйсә ҡалмаясаҡһығыҙ. Аҡса тигәнебеҙ кеҫәгеҙгә үҙе үк керәм-керәм тип торасаҡ. Яҙмышығыҙ ҡиммәтле бүләктәр һәм матди сюрприздар менән ҡыуандырасаҡ. Ғаилә мәсьәләһенә килгәндә, тормошоғоҙҙоң ҡалған барлыҡ өлкәләрен күләгәлә ҡалдырасаҡ ул. Яҡындарығыҙ һәм балаларығыҙ менән аралашыу ғәйәт ҙур ҡәнәғәтлек хисе бирәсәк. Ғөмүмән, ваҡытты ғаилә ҡосағында уҙҙырыуҙан да яҡшыһы булмаясаҡ. Йыл урталарында яңғыҙ Балыҡтар үҙҙәренең мөхәббәтен осратасаҡ. Сәләмәтлек тә, тьфү-тьфү, насар булмаясаҡ. Шулай ҙа актив ял иткәндә, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндә һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү зыян итмәйәсәк.
Айгөл Ҡылысбаева.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/tormosh-aba-y/2021-yil--A--ge-yili-Be-g-ul-nim-l-r-v---it-614091/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Читайте нас в