+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2021, 01:55

Акцияға ҡушылдылар

Башҡортостанда яңы йыл байрамдары календары буйынса 2 ғинуар - Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.Ошо уңайҙан ауылдарҙа ниндәй саралар ойошторолоуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бөгөнгө Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә уҙғарылған сараларға район Мәҙәниәт йорто филиалдары, мәктәп уҡыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡушылды.
Ошо уңайҙан ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә "Тағараҡ эшлә -ҡоштарҙы ашат" акцияһында ҡатнашҡан, сөнки ҡыш көндәренең ҡоштар өсөн ҡырыҫ осор булыуын бөтәһе лә яҡшы аңлай. Ҡышын ҡоштарға аҙыҡ табыуы ныҡ ҡыйынлаша, шуға ҡала һәм район халҡы тағараҡтар эшләп, уларҙың тормошон бер аҙ еңеләйтергә ҡарар иткән.
Акцияға шулай уҡ Ивановка, Поляковка, Ҡаҙырғол, Хөсәйен, Ҡыҙрас ауылдарында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушылған.
Һеҙ фотоһүрәттә күргән тырышып тағараҡ яһап ултырыусы егетебеҙ, Хөсәйендән Мират Гилдин. Ҡарағыҙ әле, нисек бирелеп башҡара ул был эште! Бөтә күңеле менән ҡоштар өсөн янып-көйөүе йөҙөнә сыҡҡан хатта.
Ә Буранғол ауылында акцияны тотош байрамға әйләндергәндәр. Улар иң матур тағараҡҡа конкурс иғлан иткән һәм Ҡыш бабай еңеүселаргә - бүләктәр, һәр ҡатнашыусыға тәмлекәстәр таратҡан.
Эйе, был көндә районда бик күп тағараҡтар эшләп эленде. Хәҙер инде уларҙың буш тормауын күҙәтеп торорға ғына ҡала.
Читайте нас: