+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2021, 23:20

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ өсөн

Кисә, 2 ғинуарҙа, яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, районда "Тағараҡ эшлә - ҡоштарҙы ашат" тигән акция ойошторолоуы, Унда районыбыҙ халҡы бик әүҙем ҡатнашыуыуы тураһында яҙып үткәйнек инде. Әле лә был темаға арналған материалдар килеүен дауам итә.Улар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы китапханаһында был акцияға айырыуса ҙур әһәмиәт биргәндәр. Бында китапханасы Зөбәржәт Шәймөхәмәтова ҡоштар тураһындағы китаптарҙан сағыу күргәҙмә ойошторған. Унда беҙҙең төбәктә осраусы, ҡышларға ҡалыусы, йәки йылы яҡтарға китеүсе ҡоштар хаҡында китаптар урын алған. Китапханасы апайҙары балаларҙы был әҫәрҙәр менән таныштырғандан һуң, төрлө викториналар ойошторған һәм тағараҡтарҙың ҡышҡы һалҡын көндәрҙә ҡоштар өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуы тураһында һөйләп үткән.
Артабан балалар бергәләшеп ҡоштар өсөн эшләгән "ашханалар"ын ағастарға элгән һәм емдәр һалған.
Акция барышында ҡуйылған тағараҡтар ҡыш буйына бушамаҫ һәм күп ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер, тип ышанаһы килә
Читайте нас: