+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2021, 02:35

Хоккей буйынса дуҫтарса осрашыу

2 ғинуарҙа ҡалабыҙҙа Дәүләкән ҡалаһы һәм Әлшәй районы Шафран ауылдарының йыйылма командалары араһында хоккей буйынса дуҫтарса осрашыуы үтте.Уйын барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Уйын бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Аяҡ салыу, шайбаны оттороу, үтә ташлау, ҡапҡаға гол индереү, шайбаны отоу - бөтәһе лә булды.
Командаларҙың уйынға әҙерләнеү өсөн күп көс һалғаны күҙгә ташлана торҙо. Хоккейсылар матур уйын күрһәтте.
Уйында дуҫлыҡ еңде.
Командаларға һәм уйынды ойоштороусыларға бары тик: "Афарин!" - тип кенә әйтергә ҡала. Тағы ла матур уйындар көтөп ҡалабыҙ.
Фото: Дамир Дәүләтов.
Читайте нас: