+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2021, 00:55

"Тағараҡ эшлә -ҡоштарҙы ашат" акцияһы

2 ғинуар - Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.Ошо уңайҙан ауылдарҙа ниндәй саралар ойошторолоуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бөгөнгө Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә уҙғарылған сараларға район Мәҙәниәт йорто филиалдары, мәктәп уҡыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡушылды.
Ошо уңайҙан ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә "Тағараҡ эшлә -ҡоштарҙы ашат" акцияһында ҡатнашҡан, сөнки ҡыш көндәренең ҡоштар өсөн ҡырыҫ осор булыуын бөтәһе лә яҡшы аңлай. Ҡышын ҡоштарға аҙыҡ табыуы ныҡ ҡыйынлаша, шуға ҡала һәм район халҡы тағараҡтар эшләп, уларҙың тормошон бер аҙ еңеләйтергә ҡарар иткән.
Шулай уҡ Ленинск, Рассвет, Раев, Ҡоръятмаҫ, Алға ауылдарында йәшәүселәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалманы. Акцияла күпселеге мәктәп уҡыусылары ҡатнашһа ла, балаларына тағараҡтар эшләргә ярҙамлашҡан өлкәндәр ҙә үҙ өлөшөн индерҙе, тиергә була. Ә Алға ауылынан Арина Зарипова иһә акцияның иң кескәй ҡатнашыусыһы булғандыр, моғайын. Шулай уҡ Данис Вальтин да изге эштә теләп ҡатнашҡан.
Эйе, был көндә районда бик күп тағараҡтар эшләп эленде. Хәҙер инде уларҙың буш тормауын күҙәтеп торорға ғына ҡала.
Читайте нас: