Бөгөнгө Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә уҙғарылған сараларға район Мәҙәниәт йорто филиалдары, мәктәп уҡыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре бик әүҙем ҡушылды.
Ошо уңайҙан ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә "Тағараҡ эшлә -ҡоштарҙы ашат" акцияһында ҡатнашҡан, сөнки ҡыш көндәренең ҡоштар өсөн ҡырыҫ осор булыуын бөтәһе лә яҡшы аңлай. Ҡышын ҡоштарға аҙыҡ табыуы ныҡ ҡыйынлаша, шуға ҡала һәм район халҡы тағараҡтар эшләп, уларҙың тормошон бер аҙ еңеләйтергә ҡарар иткән.
Акцияла Соколовка, Буранғол, Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Александровка ауылдары әүҙем ҡатнашҡан. Тағараҡтар төрлө материалдан эшләнгән.
Буранғол ауылынан Әсәҙуллин Руслан Тағараҡты яңы йыл бүләге ҡабынан, Эльвина Ғабдрафиҡова - һөт һауытынан, Алмаз Минебаев ағастан яһаған. Дүртөйлө ауылынан Әхмәтова Юлиана, кескәй булыуына ҡарамаҫтан, акцияла бик теләп ҡатнашҡан. Көрмәнкәйҙән иһә ауыл старостаһы Әсфандийәров Хәләф тормош иптәше Рима ханым менән тағараҡтар эшләп элеп, йәштәргә өлгө күрһәткән. Александровканан кескәй Аким Агапов менән Константин Бланк та акцияға ихлас күңелдән ҡушылған.
Эйе, был көндә районда бик күп тағараҡтар эшләп эленде. Хәҙер инде уларҙың буш тормауын күҙәтеп торорға ғына ҡала.