+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2021, 22:15

Ҡар бабайҙар төрлө-төрлө...

4 ғинуар - Ҡар һәм боҙ фестивале көнө.Ошо көндә уҙған саралар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланған. Алдан хәбәр ителеүенсә, "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы" конкурстарына йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Беҙҙең район халҡы ла был сараға әүҙем ҡушылған. Ҡыштың тәүге көндәре ҡар аҙ яуыуға ҡарамаҫтан, табиғәт был фестивалде үткәрергә ярҙам итергә булды, күрәһең. Һуңғы көндәрҙә ер өҫтөнә ап-аҡ мамыҡ юрған ятты. Был иһә, балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡарҙан төрлө һындар эшләү мөмкинлеге бирҙе.
Рассвет ауылында йәшәүселәр ҙә бөгөнгө акцияға бик теләп ҡушылған. Улар ҙа "Иң яҡшы Ҡар бабай"конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткән. Конкурстың шарттарына ярашлы, баштарына тимер биҙрә кейгән " бабайҙар"ҙы ҡарҙан ғына түгел, ә башҡа материалдарҙан да эшләргә мөмкин ине. Рассветта быйыл ҡар бик күп булмаһа ла, ауыл балалары юғалып ҡалмаған. Улар бик үҙенсәлекле "аҡ бабайҙар" яһаған. Уларҙы һеҙ фотоһүрәттәрҙә күрәһегеҙ. Бында "бабайҙар"ҙы туҡыманан да теккәндәр, төҫлө ептәрҙән дә бәйләгәндәр , сағыу ҡатырғанан да яһағандар. Ҡарҙан булмаһа ла, ҡайһылай матур килеп сыҡҡан улар!
Ә урындағы балалар баҡсаһы территорияһында инде кескәйҙәр тәрбиәселәре менән бергәләп матур Ҡар бабайҙарҙы матур итеп ҡарҙан яһап ҡуйған.
Читайте нас: