+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2021, 23:15

Муллыҡ туйын байрам иттеләр

Бөгөн Имай-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Мөслим Таһир улы һәм Зәйтүнә Шәмғун ҡыҙы Ғайсиндар күркәм ғүмер байрамдарын - бергә йәшәүҙәренең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй.Был турала ентеклберәк беҙҙе сайтта уҡығыҙ.

Иңде-иңгә терәп -70 йыл
Беҙҙең районда көмөш, ынйы, алтын туйҙарын байрам итеүсе ғаилә парҙары бихисап. Ә инде 70 йыллыҡ ғүмер сиген парлап уҙғандар иһә бик аҙ. Шуға был туй көнө муллыҡ байрамы тип атала ла инде. Эйе, тиҫтәләгән йылдар буйына бер-береһенә булған һөйөү хистәрен һүрелтмәй, иңдәрен иңгә терәп, бәхетле ғүмер кисереү - яҙмыш тарафынан бирелгән оло бүләк, ысын мөғжизә ул.
Татыу тормоштоң был ғаилане сыныҡтырыуына һәм уларҙы ныҡлы ептәр менән бер бөтөн итеп бәйләүенә шикләнергә урын юҡ.
Бөгөн Имай-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Мөслим Таһир улы һәм Зәйтүнә Шәмғун ҡыҙы Ғайсиндар ана шундай күркәм ғүмер байрамдарын - бергә йәшәүҙәренең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 90 йәшлек Мөслим Таһир улы һәм 91 йәшлек Зәйтүнә Шәмғун ҡыҙы бер-береһен ярты һүҙҙән, бер күҙ ҡарашынан аңлап, бәхетле, татыу ғүмер кисерә. Өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөнгө көндә инде улар ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
Оло юбилейҙары уңайынан өлгөлө ғаиләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Дәүләкән районы МР хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов исеменән ауыл биләмәһе башлығы Хәбир Рәүил улы Заманов ҡотланы, юбилярҙарға ҡотлау открыткаһы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ғайсиндар оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисереүсе ғаилә парҙарының почетлы кенәгәһендә ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Юбилярҙарҙы иҫтәлекле ғүмер байрамы менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Ҡыш бабай (Солтанаев Илфаҡ), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре советы рәйесе Рәфит Зайнулла улы, ауыл активистары ҡотланы һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығына төрөнөп, оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләне.
Читайте нас: