+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2021, 21:40

Һоҡланғыс һындар яһаған

4 ғинуар - Ҡар һәм боҙ фестивале көнө.Ошо көндә уҙған саралар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланған. Алдан хәбәр ителеүенсә, "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Иң яҡшы ихата боҙ ҡаласығы" конкурстарына йомғаҡ яһаласаҡ.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Беҙҙең район халҡы ла был сараға әүҙем ҡушылған. Ҡыштың тәүге көндәре ҡар аҙ яуыуға ҡарамаҫтан, табиғәт был фестивалде үткәрергә ярҙам итергә булды, күрәһең. Һуңғы көндәрҙә ер өҫтөнә ап-аҡ мамыҡ юрған ятты. Был иһә, балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡарҙан төрлө һындар эшләү мөмкинлеге бирҙе.
Ҡоръятмаҫ ауылында ла был акциянан ситтә ҡалмағандар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡарҙан эшләгән һындарҙы ҡарап, баһа биреп сыҡҡан. Ауыл старостаһы Фанир Халиҡов үҙҙәренең йорто эргәһендә эшләгән Ҡар бабай, Үгеҙ, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары уларға айырыуса оҡшаған.
Әйтергә кәрәк, ауылыбыҙҙың алтын ҡуллы, оҫта ир уҙаманы Фәнир үҙ көсө менән балалар өсөн уйын майҙансығын ҡыш көндәрендә генә түгел, йәйен дә төҙөп тора. Был изге эштә уға улы Айнур ярҙамға килә. Каруселдәр һәм бәүелсәктәрҙең төрлөһө бар бында. Майҙансыҡ ауыл балаларының бергәләп уйнау урыны булып тора.
Читайте нас: