+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2021, 00:50

70 йыл тиң ғүмер

Имай-Ҡарамалы ауыл биләмәһендә үҙенсәлекле байрам билдәләнде

Ул да булһа Зәйтүнә инәй һәм Мөслим олатай Ғайсиндарҙың юбилей байрамы - бергә йәшәүҙәренең 70 йыллығы. Был һирәк осрай торған дата. Юбилярҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов исеменән Имай-Ҡарамалы ауыл биләмәһе башлығы Хәбир Заманов, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡотланы, бүләктәр тапшырҙы. Үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибарҙан ветерандарҙың күҙҙәренә шатлыҡ йәштәре тулды, улар барыһына ла изге теләктәрен, рәхмәттәрен белдерҙе һәм, әлбиттә, оҙон ғүмер теләне.
Читайте нас: