+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2021, 15:55

Конкурс үтте..

Кисә, 4 ғинуарҙа, Ҡар һәм боҙ фестивале көнө үтте.Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланғайны. Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Ихаталағы иң яҡшы боҙ ҡаласығы" конкурстары ла иғлан ителгәйне.

Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Конкурс үтеүгә ҡарамаҫтан, төрлө ауылдарҙан ҡар бабайҙар һәм башҡа һындар төшөрөлгән фотоһүрәттәр килеүен дауам итә.
Ҡыҙрас ауылынан да шулай уҡ төрлө-төрлө ҡар бабайҙар "ҡунаҡҡа килгән". Улар араһында һатып алынған ҡар бабай формаһында эшләгән һауа шары ла, пенопластан яһалғаны ла бар.
Читайте нас: