+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2021, 16:25

Конкурс үтте.. Фестиваль дауам итә..

Кисә, 4 ғинуарҙа, Ҡар һәм боҙ фестивале көнө үтте.Конкурс үтеүгә ҡарамаҫтан, төрлө ауылдарҙан ҡар бабайҙар һәм башҡа һындар төшөрөлгән фотоһүрәттәр килеүен дауам итә.

Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланғайны. Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Ихаталағы иң яҡшы боҙ ҡаласығы" конкурстары ла иғлан ителгәйне.
Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Поляковка ауылындағы эшләнгән ҡар бабайҙар ҙа иғтибарҙы йәлеп итә. Айырыуса шыршы төбөнә пенопластан яһап ултыртҡаны матур килеп сыҡҡан. Бынан тыш, ошо әкиәт геройына арналған шиғри конкурс та ойошторғандар.
Читайте нас: