+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2021, 16:00

Ниндәйҙәре генә юҡ...

Кисә, 4 ғинуарҙа, Ҡар һәм боҙ фестивале көнө үтте.Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, был көн тулыһынса ҡарҙан һәм боҙҙан эшләнгән ҡыҙыҡлы әйберҙәргә бағышланғайны. Шулай уҡ "Иң яҡшы ҡар бабай" һәм "Ихаталағы иң яҡшы боҙ ҡаласығы" конкурстары ла иғлан ителгәйне.

Конкурста теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Бының өсөн ҡар бабай яһарға, уны фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға ғына кәрәк ине.
Конкурс үтеүгә ҡарамаҫтан, төрлө ауылдарҙан ҡар бабайҙар һәм башҡа һындар төшөрөлгән фотоһүрәттәр килеүен дауам итә.
Улар араһында һындарҙың ниндәйҙәре генә юҡ!
Мәҫәлән, Сергиополь ауылынан ҡар бәйләнгәндәрен дә, теннис туптарынан ептәр йәбештереп тә, ҡарҙан яһалғандарын да, Яңы йыл маскарадында кейеү өсөн тегелгәндарен дә төшөрөп ебәргәндәр. Бындай матурлыҡты һеҙ ҙә күрергә тейешһегеҙ, тип уйлайбыҙ һәм уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Читайте нас: