+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Ғинуар 2021, 00:10

Оҙон ғүмерлеләр ауылы

Суйынсы ауылын, ысын мәғәнәһендә, оҙон ғүмерлеләр ауылы тиергә була, 80, 85, 90, 95 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләүсе юбилярҙар тураһында хаттар унан йыш килеп тора.Яңыраҡ редакция тағы ла ике юбиляр тураһында хәбәр алды. Улар хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Суйынсы ауылында әкрен генә ғүмер йомғағын һүтеүсе сираттағы юбиляр Лиә Ғәндәлиф ҡыҙы Мөхәмәҙиева декабрь аҙағында үҙенең 85 йәшен билдәләгән.
Ул Берҙәм ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Суйынсы ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. 1955 йылда, 19 йәшлек Лиә Суйынсы ауылы егете Мәхмүт Сабирйән улы Мөхәмәҙиевҡа тормошҡа сыға. Колхоздың ырҙын табағында төрлө эштәрҙә хеҙмәт һала. Алдынғы Мәжит Ғафури исемендәге колхозда 15 йыл һауынсы була. Фәнисә Вәлиева, Диләрә Абдуллина, Рәшиҙә Сәйәхова, Хәмиҙә Усманова, Динура Хәмитова кеүек алдынғы һауынсылар менән эшләгән шул көндәрҙе һағынып иҫкә ала Лиә...
Тормош иптәше Мәхмүт Сабирйән улы алдынғы комбайнсы була. Иңгә-иң терәп, 52 йыл татыу ғүмер иткәндәр, 2 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше 76 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Лиә Ғәндәлиф ҡыҙы ауыр ҡайғыға бөгөлөп төшмәй, шул минуттарҙа балалары терәк була уға.
Бөгөнгө көндә лә хөрмәтле ағинәй, бар эшкә лә маһир хужабикә, Лиә Ғәндәлиф ҡыҙы уларҙың ярҙамын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп, һәр тыуған яңы көндән йәм табып, ғүмер йомғағын яйлап ҡына һүтеүен дауам итә.
Юбилярҙарҙың икенсеһе - Вәликәева Мәүсилә Вәкил ҡыҙы 1 ғинуарҙа үҙенең күркәм ғүмер байрамын - 90 йәшлек юбилейын ҡаршылаған.
Ул Суйынсы ауылында тыуған, ошонда уҡ белем алған, ғаилә ҡорған һәм ғүмере буйына кесе тыуған иленә тоғро ҡалған. Тормош иптәше менән 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығырға ярҙам иткәндәр. Балаларының һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапҡан. Улдары Айрат - осоусы, Илшат - шәхси эшҡыуар, Марат - янғын һүндереүсе, ҡыҙҙары Гөлшат - ашнаҡсы, Гөлнур - тегенсе.
Тормош иптәше хаҡлы ялға сыҡҡансы - колхозда тракторсы, Мәүсилә Вәкил ҡыҙы ашхана мөдире, һатыусы һәм икмәк бешереүсе булып хеҙмәт һалған.
Юбилярҙы ғүмер байрамы менән ауыл биләмәһе башлығы С. Н. Никифоров, ветерандар советы рәйесе Р. Ғ. Ғәлиева һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Г. Т. Даянова, Г. Т. Әхмәҙуллина ҡотлаған һәм юбилярға изге теләктәрен еткергән.
Читайте нас: