Быйылғы ҡыш ҡарҙың аҙ яуыуы менән айырылып торһа ла, әмәлгә ҡалғандай, кисә төбәктә апаруҡ ҡына ҡар яуған. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәбиғәт иғлан ителгән тематик көндө шартына тулыһынса тура килтереп үткәрергә ярҙам итә тиерһең.
Был көн сиктәрендә ойошмалар, учреждениелар, шәхси йорт алдары ҡарҙан таҙартылырға тейеш.
Беҙҙең район кешеләре лә акцияға әүҙем ҡушылған.
Мәҫәлән, Соколовка ауылы халҡы һәр ҡайһыһы үҙҙәренең ихаталарын, мәҙәниәт йорто территорияһын ҡарҙан таҙартҡан.
Ҡыҙрас ауылында акцияға бәләкәй малайҙар ҙа сыҡҡан. Уларға хатта эттәре лә "ярҙам иткән".
Хөсәйендәр ҙә акциянан ситтә ҡалмаған. Күршеләр өмәгә күмәкләшеп сыҡҡан. " Күмәкләгән - яу ҡайтарған " - тигәндәй, бергәләп һөйләшә-көлөшә эшләгәс, эш тә ырап ҡына торған.
Алға ауылында ла йыйылышып хакимиәт бинаһы территорияһын ҡарҙан таҙартҡандар.
Шулай уҡ балалар ҙа был саранан ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Ҡаҙанғол ауылына ҡышҡы каникулға ҡайтҡан лицей-интернаттың 7-се "а" класы уҡыусыһы Илнар Хәмаҙиев та ҡулына көрәк алып, ата-әсәһенә ярҙамлашырға сыҡҡан.
Көндөң яҡшы тороуы, саф һауа акцияла ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәреп ебәргән.