+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2021, 01:50

Көндәр күңелле үтә

Балаларҙың ҡышҡы каникул көндәре дауам итә. Уларҙы ҡыуандырып, һауа торошо ла яҡшы тора.Саф һауала уйнауҙан да яҡшыраҡ нимә бар һуң?Дөрөҫ, тышта уҙғарылған һәм тотош ғаиләләр ҡатнашҡан ҡышҡы уйындар!Ә уларҙың нисек үтеүе тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Балаларҙың ҡышҡы каникул көндәре дауам итә. Уларҙы ҡыуандырып, һауа торошо ла яҡшы тора. Каникул көндәренең бер генә минутын да компьютерҙар артында ултырып әрәм итмәйенсә, рәхәтләнеп уйна әйҙә! Ә саф һауала уйнауҙан да яҡшыраҡ нимә бар һуң? Дөрөҫ, тышта уҙғарылған һәм тотош ғаиләләр ҡатнашҡан ҡышҡы уйындар!
Республикала төҙөлгән яңы йыл байрамдары календарында бөгөн, 6 ғинуар - "Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнө". Ошо уңайҙан районда төрлө саралар ойошторолған.
Мәҫәлән, Сапай ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Флүр Әнүәр улы Сәйетгәрәев ауыл балалары өсөн матур байрам ойошторған. Унда өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Байрам үткәреү өсөн алдан майҙансыҡ әҙерләгәндәр: ауыл эргәһендәге быуаны ҡарҙан таҙартҡандар, тауҙан шыуыу урыны булдырғандар, боҙ өҫтөндә шыршы ла биҙәгәндәр, махсус карусель дә яһағандар хатта.
Байрам барышында төрлө конкурстар, уйындар, ярыштар ойошторолған. Эстафетала, шыршы тирәләй әйләнеп, йырлауҙа, дәртле бейеүҙәрҙә бөтәһе лә рәхәтләнеп ҡатнашҡан. Ғаиләләр бындай әүҙем ялды бик һағынған, күрәһең.
Күңелле уйындар, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр байтаҡ булған. Замана
Ҡыш бабайы (Флүр Сәйетгәрәев) балалар эргәһенә ғәҙәттәгесә ҡыңғыраулы аттарҙа түгел, ә еңел машинаға тағылған таблеткала килгән. (Ул ошо ҡылығы менән балаларға былай эшларгә ярамағанлығын аңлатырға тырышҡан). Балалар яратҡан бабайҙарына шиғырҙар уҡыған, йырҙар йырлаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, сара бик күңелле үткән. Байрамдан бөтәһе лә шатланып-көлөп, бүләктәр һәм яҡшы кәйеф алып таралышҡан.
Ғаилә байрамында ҡатнашҡан ата-әсәләргә, айырыуса уны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәһе килә. Ошондай активистар булғанда, ауылдарыбыҙ гөрләп торор, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: