+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2021, 01:45

10 ғинуар - Милли кухня көнө

Беҙҙең районда ла был көн уңайынан милли аш-һыуҙар әҙерләү буйынса онлайн-флешмоб ойошторолған.

10 ғинуар - Милли кухня көнө
Яңы йыл байрамдары календарына ярашлы, 10 ғинуар республикала Милли кухня көнө, тип иғлан ителгән.
Һәр илдең, һәр халыҡтың мәҙәниәте үҙенсәлекле һәм күп ҡырлы.
Милли кухня һәм милли аш-һыуҙар - һәр кеше быуаттар буйына ҡәҙерләп һаҡлаған йолалар, уларҙы әҙерләү ысулын быуындан-быуынға юғалтмай тапшырған ҡәҙерле ҡомартҡы ул.
Милли кухня иҫтәлекле урындар менән бер рәттән һәр илдең һәм халыҡтың "визит карточкаһы" булып тора.
Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ халҡының да үҙенсәлекле милли аш-һыу төрҙәре бик күп. Улар - милли кухняның ғорурлығы һәм бөгөнгө көнгәсә байрам табындарының биҙәге булып тора.
Беҙҙең районда ла был көн уңайынан милли аш-һыуҙар әҙерләү буйынса онлайн-флешмоб ойошторолған. Унда килгән фотоһүрәттәрҙәге төрлө милләт вәкилдәренең аш-һыуын күреп хайран ҡалырлыҡ.
Ошо уңайҙан Көрмәнкәй ауылының алтын ҡуллы хужабикәләре бөгөнгө онлайн-флешмобҡа башҡорт халҡының милли аштарын тәҡдим итә. Мәҫәлән, Рәйфә Мәхмүтова - манный ярмаһы менән ҡоймаҡ, Фәниә Аҡбирҙина бауырһаҡ бешергән. Ә "Йәшлек" ансамбле ҡыҙҙары байрам табыны ҡорған.
Шулай уҡ флешмобҡа Хөсәйендән Лилиә Килмөхәмәтова мул табын әҙерләгән, Суйынсы-Николаевка ауылынан сыуаш халҡының милли аштары - Тултармаш" һәм "Хуплу" ( халҡының ҡаҙылығына һәм ҙур бәлешенә оҡшаған) бешергәндәр. Ҡаҙырғолдан иһә флешмобта иң кескәй ҡатнашыусыһы Диләрә Арыҫланова ваҡ бәлештәр әҙерләгәндә төшкән фотоһүрәтен тәҡдим иткән.
Читайте нас: