+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2021, 14:20

Аҡ халатлы фәрештәләргә

Бөгөн, 11 ғинуар - Халыҡ-ара рәхмәт көнө. Ошо уңайҙан беҙҙең районда "Табиптарға рәхмәт әйтәйек" акцияһы иғлан ителде.Уның тураһында ентеклберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Флешмобта ҡатнашыу өсөн #спасибоврачам тигән һүҙҙәр яҙылған ҡағыҙ тотоп төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырырға кәрәк.
Флешмобҡа Ҡыҙрас ауылы кескәйҙәре тәүгеләрҙән булып ҡушылған. Ралина һәм Самира Шәфиғуллиналар, Алмаз һәм Эльза Шағаевтар медиктарға рәхмәт һүҙҙәре яҙылған үҙенсәлекле һүрәттәрен һәм ҡул эштәрен социаль селтарҙәрҙә урынлаштырған.
Беҙ ҙә бәләкәй ҡыҙрастарға ҡушылабыҙ һәм табиптарыбыҙға бар йөрәктән рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ.
Эйе, бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа врачтар коронавирус менән көрәштең алғы һыҙығында ысын батырлыҡ өлгөләре күрһәтә. Уларҙың фиҙакәр хеҙмәте ватандаштарыбыҙҙы яңы төр ауырыуҙан дауаланырға ярҙам итә. Табиптар - замана батырҙары. Ауыр булыуына ҡарамаҫтан, улар һәр кешенең ғүмере өсөн көрәшә, врачтар, шәфҡәт туташтары, тиҙ ярҙам водителдәре тәүлек әйләнәһенә коронавирус пандемияһы менән көрәшә. Шуның өсөн бар йөрәктән:
РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ, АҠ ХАЛАТЛЫ ФӘРЕШТӘЛӘР!


Читайте нас: