Күп милләтле Башҡортостаныбыҙ халҡының да үҙенсәлекле милли аш-һыу төрҙәре бик күп. Улар - милли кухняның ғорурлығы һәм бөгөнгө көнгәсә байрам табындарының биҙәге булып тора.
Беҙҙең районда ла был көн уңайынан милли аш-һыуҙар әҙерләү буйынса онлайн-флешмоб ойошторолған. Унда килгән фотоһүрәттәрҙәге төрлө милләт вәкилдәренең аш-һыуын күреп хайран ҡалырлыҡ.
Мәҫәлән, Ташлы-Шәрип ауылы уңғандары Эльмира Йәмилова - сәк-сәк, Диләрә Байсәитова - ҙур бәлеш, Гүзәл Нагаева - кулинария шедеврҙары һәм күмәс, әсәле-ҡыҙлы бауырһаҡ бешереү оҫталары Ҡәҙриә Кәлимуллина менән Гөлназ Шәйхетдинова - ҡаймаҡ бәлеше, бауырһаҡ, ҙур бәлеш, ә торт әҙерләү оҫтаһы Илһөйәр Кәримова тәмле торт бешергән.