Ивановка ауылынан иһә флешмобта ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар рус халҡының боронғо ашы - билмәндәрҙең бер төрө булған "Айыу ҡолаҡтары"н бешергән.
Себерҙә йәшәүселәр элегерәк - айыу итенән һуңыраҡ ҡырағай хайуандар - ҡабан сусҡаһы, болан итенән әҙерләгән. Хәҙер инде уларҙы тауыҡ, һыйыр, сусҡа ите менән бешерәләр.