0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2021, 19:00

Матур тантана уҙған...

Иҫке Мерәҫ ауылында матур тантана уҙған...Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ

Әле бынан бер нисә йыл элек кенә иҫерткес эсемлектәр ҡулланылмаған туйҙарҙы күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Күптәрҙе: "Туйҙа алкоголь эсмәй генә күңел асып буламы ни? " -тигән һорау борсой. Бөгөн иһә, йәштәрҙең хәләл тантаналар уҙғарырға теләүе тураһында йышыраҡ ишетергә тура килә. Һәм был - ҡыуаныслы хәл.
Ошо көндәрҙә беҙҙең районда ла ана шундай тантаналарҙың береһе үткән.
Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәүсе Гөлнара Ирек ҡыҙы Ноғоманованың өлкән ҡыҙы Элина Ырымбур өлкәһе егете Рәүилгә кейәүгә сыҡҡан. Уларҙың никах мәжлесе бөтә мосолман йолаларын да еренә еткереп уҙғарылған. Тәүҙә йәштәр баш ҡаланың Ләлә-Тюльпан мәсетендә никах уҡытҡан. Артабан тантана кәләштең тыуған ауылы Иҫке Мерәҫтә дауам иткән. Унда күрше йәшәгән апай-еңгәләрҙе, әбейҙәрҙе, яҡындарын, дуҫтарын саҡырып, күңелле (ҡабатлап үтәбеҙ, алкоголһеҙ) мәжлес ойошторғандар.
Ноғомановтар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Гөлнара Ирек ҡыҙы ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Тәүҙә мәктәптә башланғыс кластар уҡытҡан, бөгөнгө көндә директор урынбаҫары булып эшләй һәм башҡорт теле дәрестәре алып бара. Тормош иптәше Азамат (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде ул - гүр эйәһе) менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Гөлнара Ирек ҡыҙы ауыр ҡайғыға бирешмәҫкә, бөгөлөп төшмәҫкә үҙендә көс тапҡан. Мөхәббәт емештәрен яҡшы кешеләр итеп үҫтерергә, белем алырға ярҙам иткән. Өлкән ҡыҙы Элина юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөй, икенсе ҡыҙы Диләрә -юғары уҡыу йортонда белем ала, улы Алмас туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, колледжға уҡырға ингән. Донъя булғас, төрлө саҡтар була. Нисек кенә ауыр булмаһын, Гөлнара Ирек ҡыҙы ҡабат кейәүгә сыҡмай, йәшлегендә биргән антына, тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалған. Бөгөн дә Азаматтың да, үҙенең дә ата-әсәһе, туғандары уны ярҙамынан ташламай. Ауыр ваҡыттарҙа ла, байрамдарҙа улар һәр саҡ бергә, кәрәге сыҡҡанда, ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тора.
Бөгөнгө көндә ҡыҙын ҙур тормошҡа оҙатҡан Гөлнара Ирек ҡыҙы уларҙың ғүмере яҡты булыуын, тик шатлыҡтарҙан ғына тороуын теләй. Беҙ ҙә йәштәргә ғәмәлдәренең саф, ғаилә тормоштарының бәхетле булыуын теләйбеҙ һәм киләсәктә хәләл тантаналар йышыраҡ уҙғарылыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Читайте нас: