-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2021, 19:20

Рәхмәтебеҙҙе белдерәһебеҙ килә

""Халыҡ-ара рәхмәт көнө"ндә Буранғол ауылыны фельдшер-акушерлы пункты фельдшеры Фәнисә Хәләфетдин ҡыҙы Мөхәмәтгәрәеваға рәхмәтебеҙҙе белдерәһебеҙ килә", - тир буранғолдар.

Беҙҙең Буранғол ауылы районда төпкөл ауылдарҙан һанала. Шуға күрә, кем генә сирләп китмәһен, тәүге ярҙамды Фәнисә Хәләфетдин ҡыҙы күрһәтә. Ул - яҡшы белгес, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Ауылдаштары уны хөрмәт итә.
Фәнисә беҙҙең ауылда фельшер булып 2001 йылдан алып эшләй.
Ә бит ошо йылдар эсендә йоҡоһоҙ төндәрҙең, ауырыуҙың сәләмәтлеге өсөн борсолоуҙарҙың, хеҙмәтеңдең емешен - һауыҡҡан кешеләрҙе күреп, шатлыҡтан йемелдәгән күҙ йәштәренең күпме булғанын Фәнисә Хәләфетдин ҡыҙы үе генә беләлер. Дөрөҫ тә, көн буйы эшләп ҡайтҡас та, ишек шаҡып саҡырыуға, кисен дә, төнөн дә, һыуыҡтамы, йәшенле ямғырмы, ауыл фельдшеры ҡуйған ҡамырын, бешкән ашын ҡалдырып, үҙе ауырып ятҡанда ла - бер ҡасан да эшем бар тимәй, арыған йөҙ күрһәтмәйенсә, ауырыуҙар янына сығып йүгерә. Кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ хисе фельдшерҙарҙа табиптыҡынан кәм түгел. Сөнки ауырлыҡ килгән, ғүмерең ҡыл өҫтөндә торған саҡта, ауыл халҡының бар өмөтө - ауылдың берҙән-бер табибы булған фельдшерҙа ғына.
Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү - икеләтә яуаплылыҡ талап итә торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булыра тура килә. Ауылдаштары араһында абруй ҡаҙаныр өсөн белемле булыу ғына түгел, ә асыҡ йөҙлө, тәмле телле булыу ҙа бик мөһим. Беҙҙең Фәнисә Хәләфетдин ҡыҙы Мөхәмәтгәрәева - тап шундай фельдшер. Таҙалыҡ,ғаилә бәхете теләйбеҙ, рәхмәт һиңә, Фәнисә Хәләфетдин ҡыҙы!
"Бурангуловский-Филиал-Мбу-Рдк Мр-Давлекановский-Район-Рб" төркөмө материалдарынан.
Читайте нас: