+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2021, 17:35

Ял итеп...

тамам арыныҡ!

Күптәр оҙайлы ялдан һуң эш көндәренә ҡулайлашып китә алмай. Үҙем менән дә тап шулай. Беренсенән, шул тиклем иртән тороуы ауыр, икенсенән, өйҙән сығып китәһе килмәй.
Бындай осраҡта нишләргә һуң?
Шәхсән мин үҙем биш көндән йәнә ял буласағын һәм был көндәрҙә ниндәй эштәр башҡарасағымды билдәләп ҡуйҙым. Бөгөн эштән ҡайтҡас мотлаҡ иртәрәк ятасаҡмын, ә иртәгә инде иртән тороуы еңелерәк булыр тип уйлайым. Ашап та туйҙыҡ был көндәрҙә. Ит аҙыҡтарын кәметтем тиһәң дә ярай, ашҡаҙанды аҙыраҡ хәл алдырыу маҡсатында күберәге йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк бирәм.
Йәйәү йөрөү, күберәк хәрәкәт итеү ҡамасауламаҫ. Контраст душта ҡойоноу ҙа тәнгә ял бирә, кәүҙәне еңеләйтеп ебәрә.
Читайте нас: