Рәсәйҙә йыл һайын өс меңгә яҡын сабый бала тыуҙырыу йортонда ҡала. Һуңғы ваҡытта үҫмерҙәр генә түгел, инде бер нисә тапҡыр әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың да сабыйҙарынан баш тартыу осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе үҙ балаларының яңы ғаилә табыуын яҡшы белә. Ә шулай ҙа үҙ ҡанының тартыуын һиҙемләйҙәр икән. Сит ғаиләлә үҫкән балаһын иҫенә төшөрөп, әрнеп илаусылар ҙа юҡ түгел. кешеләрҙән балаһының ниндәй шарттарҙа йәшәүе тураһында һорашып, белешеп торғандары ла бар. Ә шулай ҙа выждан ғазабы эҙәрлекләйҙер тип уйлайым бындай әсәләрҙе... Тормош нисек кенә ҡатмарлы тиһәк тә...