+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2021, 21:30

Иҫкесә Яңы йыл байрамы

Буранғол ауылында тағы ла бер сара уҙған. Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Иҫкесә Яңы йылды 13 ғинуарҙан 14 ғинуарға ҡарай төндә билдәләйҙәр. Кешеләрҙең күпселеге уны дуҫтары, ғаиләләре менән, уйын-көлкө һәм йыр-моңдар менән ҡаршы ала.
Иҫкесә Яңы йыл - Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә айырыуса популяр.
Ошо уңайҙан Буранғол ауылында Иҫкесә Яңы йыл тураһында шиғырҙар конкурсы уҙғарылған. Унда Данис Мырҙагәрәев, Рунис Аҫылгәрәев, Булат Минебаев, Радим Минебаев ҙур теләк менән ҡатнашҡан.
Шулай уҡ был сараларҙы республиканың яңы йыл байрамдары календарына ярашлы иғлан ителгән Белем көнөнә лә арнарға мөмкин, тип уйлайбыҙ, сөнки тап белемле балалар ғына шиғырҙарҙы ошолай оҫта итеп һөйләй алалыр, моғайын.
Читайте нас: