+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2021, 21:25

Интеллектуаль һәм өҫтәл уйындары уҙған

Районда төрлө саралар (дөйөм алғанда шахмат-шашка ярыштары) ойошторолған.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республиканың яңы йыл байрамдары календарында 13 ғинуар -Интеллектуаль һәм өҫтәл уйындары көнө тип билдәләнгән.
Уға ярашлы, районда төрлө саралар (дөйөм алғанда шахмат-шашка ярыштары) ойошторолған.
Мәҫәлән, Дәүләкән районының Буранғол ауылында #играемдома хэштегы аҫтында онлайн-режимда ошондай турнирҙар ойошторған.
Тәүге һүрәттә бер төркөм балалар мауыҡтырғыс өҫтәл уйыны менән шөғөлләнһә, Ильяс Сәфиуллин һәм Данис Мырҙагәрәев, Ильяс һәм Миләүшә Сәфиуллиндар бар донъяларын онотоп, шахмат уйнай, ә Руслан һәм Әҙилә Әсәҙуллиндар, Руслан һәм уның әсәһе Гөлбикә Ғәскәровтар шашка буйынса ярыш ойошторған.
Читайте нас: