Заман тамам шундайға әйләнде, яңы көн тыуҙымы – мотлаҡ берәй насар хәбәр ишетелә. Бөгөнгө йома иртәһе лә ошондай күңелһеҙ хәбәр менән башланды. Күрше районда таныш апай ғинуар уртаһында ҡыйыҡһыҙ ҡалған, йорто янып юҡҡа сыҡҡан. Күпселек осраҡта кеше, әлбиттә, үҙе сәбәпсе, янғын ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше алып барыу бер ҡасан да яҡшыға илтмәй.