+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2021, 00:40

Бала саҡ әкиәттәре

Мәкәш ауылында китапханасы Гөлнар Фазлиәхмәтова кескәйҙәр өсөн матур сара уҙғарған. Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Әкиәттәр беҙҙе ғүмер буйына оҙатып бара.
Бала саҡтан уҡ әкиәттәр тыңлап үҫәбеҙ. Уларҙы беҙгә атай-әсәйҙәребеҙ уҡый, балалар баҡсаһында тәрбиәселәребеҙ һөйләй, мәктәпкә барғас инде - үҙебеҙ, ә һуңынан балаларыбыҙға уҡый башлайбыҙ.
Әкиәттәр тыңлағанда һәм уҡығанда серле донъяға эләгәбеҙ, унда һәр саҡ төрлө мөғжизәләр булып тора, изгелек яуызлыҡты еңә.
Мәкәш ауылы китапханаһында кескәйҙәр өсөн "Яңы йыл әкиәттәренең күңелле әйлән-бәйләне" тигән яңы китаптар менән танышыу кисәһе уҙған. Сара барышында балалар "Серле әкиәттәр иленә сәйәхәт" тигән видео- викторина һорауҙарына яуап биргән. Яратҡан әкиәт геройҙары менән осрашҡандар, һүрәттәр һәм айырым фразалар буйынса ниндәй әкиәт икәнен белгәндәр, һорауҙарға яуап биргәндәр. Бөтә конкурстар ҙа әкиәттәрҙең исеме, уларҙың геройҙары, йәки уларҙы яҙған авторҙар менән бәйле булды. "Был кемдең портреты? ", " Әкиәттең авторын тап", "Яуап тап", " Кемдең әйбере? ", " Был ниндәй әкиәт? " тигән конкурстар балаларға айырыуса оҡшаған. Балаларҙың бөтәһе лә еңеүсе булған. Улар һәр дөрөҫ яуап өсөн татлы приздар менән бүләкләнгән. Сара һуңында балалар шыршы тирәләй әйләнеп, Яңы йыл йырҙарын йырлаған.
Фотолар: Г. Фазлиәхмәтованың шәхси архивынан.
Читайте нас: