+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2021, 00:50

Донъяның төрлө илдәренең сәйер закондары

Донъяның төрлө илдәрендә беҙҙең өсөн бик сәйер тойолған закондар бар.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

1. Грецияла урамда тәмәке тартып торған ҡатынды күргән һәр кемгә уның битенә янғын һүндергестән һиптерергә ярай.
2. Голландияла телефонының зарядкаһы бөткән студентҡа лекциянан сығып китергә мөмкин.
3. Португалияла ямғыр яуыуы эшкә бармау өсөн сәбәп була ала.
4. Канадала лекцияларын бер ҙә ҡалдырмай йөрөгән студенттарға имтихан ваҡытында имтихан билетын оҡшағаны сыҡҡанға тиклем алырға ярай.
5.Ҡытайҙа хөкөм ителеүсе үҙе өсөн төрмәлә ултырырға кеше яллай ала.
6. Ирландияла әгәр ҙә һеҙ аҙна эсендә өс хаталы һүҙ яҙһағыҙ, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәгеҙ (страница) автоматик рәүештә блокировкалана.
7. Канадала бер-береһенә ғашиҡ ике студентҡа имтиханда икеһенә бер билет бирелә.
8. Испанияла тәмәке тартмаған ҡыҙҙар биҙәнгестәрҙе (косметиканы) 30 % ташлама менән ала.
9. Грецияла ҡуңыр күҙле ҡыҙҙар бөтә ресторандарҙа ла сиратһыҙ хеҙмәтләндерелә.
10. Голландияла һеҙгә бик күңелһеҙ булып киткән осраҡта, уҡыу йортонда марихуана тартырға рөхсәт ителә.
11. Голландияла өс йыл рәттән тик "5"-кә генә өлгәшкән студенттарға уҡыу йорто иҫәбенә бер пакет марихуана тартыу хоҡуғы бирелә.
12. Испанияла әгәр һеҙҙең теш пастағыҙ бөтһә, эшкә бармаҫҡа рөхсәт ителә.
Нисек уйлайһығыҙ, дөрөҫмө был, әллә уйҙырмамы?
"Юрист Илья Глушко" төркөмө материалдарынан.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: