+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2021, 15:00

ХӨСӨТ

Хөсөтдин ағай иң тәүҙә миңә иғтибар итте. Күп һөйләүем, артыҡ асыҡ булыуым уны йәлеп иткәндер.

Айнур Акилов
Беҙҙең бәләкәй генә коллективҡа яңы хеҙмәткәр эшкә килде. Уны ҡыуанып, үҙ итеп ҡабул иттек. Йәшел күҙле Хөсөтдин ағай шундай һалмаҡ ҡына, һаҡ ҡына баҫып йөрөй, мин уны үҙебеҙҙең бесәйебеҙгә оҡшаттым. Тауышы ла бесәйҙеке һымаҡ йомшаҡ, нескә.

– Осоп-ҡунып бара торған заттарҙан түгел, ахырыһы, – тип үҙ фекерен әйтте Фазыл ағай.
– Оялсан, кеше күҙенә тура ҡарай алмай, – тине Әхсән йәштәш.
Хөсөтдин ағай иң тәүҙә миңә иғтибар итте. Күп һөйләүем, артыҡ асыҡ булыуым уны йәлеп иткәндер. Минән ул бөтә хеҙмәткәрҙең дә биографияһын һорашты. Үҙем нимә беләм, барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем.

Оҙаҡ та үтмәне, коллективта көсөргәнешлек тыуҙы. Хеҙмәткәрҙә-ребеҙ араһында имеш-мимештәр йөрөй башланы. Иң тәүҙә директорыбыҙ тураһында хәбәр ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ул йәш сағында урлашып тотолған, өс йыл рәшәткәле тәҙрәнән ҡарап ултырған, имеш. Икенсе өлкән йәштәге хеҙмәткәребеҙ хаҡында ла хәбәр таралды: имеш, уның ситтә үҫкән балалары бар...
Бер көн сираттағы шундай хәбәрҙе тыңлағанда, күҙем кинәт Хөсөтдин ағайға төштө бит. Аҫҡа ҡарап йылмая ине ул. Күп уйлап тормай, әйт тә һал мин:
– Хөсөтдин ағай килгәс кенә әллә ни булды беҙҙең халыҡҡа...
Ул миңә уҫал итеп ҡараны. Уның йәшел күҙҙәренең иң төпкөлөндә бесәй тырнаҡтары күренгәндәй булды. Тиҙҙән ошо тырнаҡтарҙың үткерлеген татырға тура килде.
Көндәрҙән бер көн эшкә килеп инеү менән ҡысҡырып сәләм бирҙем. Сәләмемде бер кем дә алманы. Өҫтәл артына барып ултырыуға Фазыл ағай:
–Бәйелһеҙ... – тип әйтеп һалды бит.
– Кем? – тим.
– Ишшеү телләшә, ана өҫтәл тартмаңды ҡара.
Тиҙ генә тартманы асам. Унда хат ята ине.
«Сәмүк (был минең ҡыҫҡартылған исемем, тулыһы – Сәмиғулла), ғүмергә бергә булырбыҙ, тигән һүҙҙәреңә ышанып харап ҡына булдым. Баламды әрәм итмәйәсәкмен, иҫән-һау тыуһа, үҙем үҫтерермен. Әсинә», – тип яҙылған ине унда.
Ҡот ҡалманы. Оҙаҡламай һөйгән ҡыҙым Әнисә менән туйыбыҙ булырға тора.
Эш ҡайғыһы китте. Кисен хатты тотоп Әнисәм янына барҙым.
– Сәмүк, ни булды һиңә? Ниңә һөмһөрөң ҡойолдо? – тине ул.
Хатты күрһәттем. Уҡып сыҡты ла, алһыуланған йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап бер аҙ ултырғас, әкрен генә торҙо. «Бөттө!» – тип уйланым. Тик... Бөтмәгән икән. Әнисәм миңә икенсе хатты килтереп тотторҙо. «Әнисә! Яңылышма Сәмүккә барып. Бала хаҡына ул барыбер миңә киләсәк».
Йәшәһен ғәйбәткә ышанмаусылар! Әнисәм минең тоғролоғома ышана икән.
– Беҙҙең бәхеткә көнләшкән кешенең йүнһеҙ бер шантажы. Туй кисектерелмәй! – тине.
Шаулатып туй яһаныҡ. Туйҙа бергә эшләгән иптәштәремдең барыһы ла булды. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Әнисәнең киреһе – Әсинә икәненә йығылып көлдөк.
Туйҙан һуң мин сираттағы ялымды алдым. Хөсөтдин ағайҙың да отпуск ваҡыты еткән икән.
Бер айлыҡ ял бер аҙна кеүек тә тойолманы. Тәүге көн эшкә сыҡтым. Тағы бер кем дә иҫәнләшмәй, барыһы ла өҫтәлдәренә эйелгән. Йәнәһе, мине күрмәйҙәр. Ярай. Урыныма барып ултырҙым. Шулай тып-тыныс күпмелер ултырғас, Фазыл ағай:
– Айнытҡыс оҡшанымы? – тип һорап ҡуйҙы.
– Ә мин айнытҡыстың ҡайҙа икәнен дә белмәйем, – тим.
– Бушты һөйләмә. Ана, ҡағыҙ ебәргәндәр.

Айнытҡыстан килгән хатты тотоп, ҡатып ҡалдым.
– Теләһә нишләгеҙ, егеттәр, мин унда булманым, – тип әйтеп ҡарайым, береһе лә ышанмай.
Шулай ни эшләргә белмәй тор-ғанда, директорыбыҙ килеп инде лә:
– Ғәлекәйев, айнытҡысҡа барып киләйек әле... – тине.

Унда барып йөрөүебеҙ бушҡа булманы: айнытҡысҡа эләккән Сәмиғулла Ғәлекәйевтың кеҫәһендә танытма булған, имеш.
Шуның буйынса исем-фамилия, эшләгән ер теркәлгән икән.
– Ғәлекәйевты ҡабул иткән иптәште саҡырығыҙ әле, – тине директор.
Полицейский миңә текләп ҡарап торҙо-торҙо ла:
– Ул өлкәнерәк һәм күҙҙәре йәшел ине, – тине.
Йәһәт кенә кеҫәнән туйҙа төшкән фотоны сығарҙым.
– Ошонда юҡмы ул кеше?
Был шунда уҡ Хөсөтдин ағайға төртөп күрһәтте:
– Бына ул.
Сабып тигәндәй эшкә барып еттем. Тик... Хөсөтдин ағай, хәҙер киләм тип, сығып киткән икән. Шул китеүенән кире килмәне.
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА.
Фото интернеттан алынды.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/-bi-t/H-s-t-633492/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас: