+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2021, 20:30

Оҫта ҡулдар тыуҙырған матурлыҡ

Бөгөн һеҙҙе Ташлы-Шәрип ауылында йәшәүсе 91 йәшлек алтын ҡуллы ағинәй Арыҫланова Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы менән таныштырырға теләйбеҙ.Ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Беҙҙең районда талантлы һәм төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнгән кешеләр бик күп. Улар тураһында беҙ "Балҡантау" гәзитенең сайтында яҙып барырға тырышабыҙ.
Бөгөн беҙ төркөмдәштәребеҙҙе шундай кешеләрҙең тағы ла береһе - Ташлы-Шәрип ауылында йәшәүсе 91 йәшлек алтын ҡуллы ағинәй Арыҫланова Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы менән таныштырырға теләйбеҙ. Уны ауылдарында олоһо ла, кесеһе лә яҡшы белә.
Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхоздың хеҙмәт юлын башлаған. Сөгөлдөрөн дә утаған, иген келәтендә лә эшләгән, 22 йыл һауынсы ла булған, һуңынан 12 йыл буйы мәктәптә иҙәнен дә йыуған.
Тормош иптәше Миннулла менән 4 балаға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Илдар 25 йәшендә генә вафат булған, тормош иптәше Миннулла ла күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән. Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәгән. Ауыр ваҡытта уның менән йәнәшәлә ҡыҙҙары булған. Яратҡан эшенән дә йыуаныс тапҡан. Бөгөнгө көндә ағинәй ҡыҙҙарынан ҡәҙер-хөрмәт күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай.
Эйе, бер генә ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡул эштәренән башҡа күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Уларҙың һәр ҡайһыһы йә тегеү, йә сигеү, йә булмаһа бәйләү менән шөғөлләнә. Хөрмәтле ағинәй Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы ла бәйләүҙе үҙ итә. Ул йәшәгән йәмле йортҡа килеп инеү менән, уның сағыу эштәре күҙгә ташлана. Ҡайҙа ҡарама бәйләнгән нимәләр - диван мендәрҙәрҙе, ултырғыс һәм кресло япмалары, бәләкәй балаҫтар. (Ә ҡыҙҙары һәм ейән-ейәнсәренә бәйләгән ойоҡбаштар һәм башалтайҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ). Уның оҫта ҡулдары тыуҙырған матурлыҡты күреү менән, урамда һалҡын булһа ла, алсаҡ, изге күңелле ағинәй йәшәгән йортта - яҡты һәм йылы, тигән уй килә.
Ҡул эштәре күп ваҡыт алыуға ҡарамаҫтан, Бибинур Бәҙғетдин ҡыҙы өсөн иң мөһиме - эшеңдең һөҙөмтәһен, үҙе бәйләгән әйберҙәренә яҡындарының шатланыуын күреү. Быларҙың барыһы ла уға яңынан-яңы нәмәләр тыуҙырырға, төрлө әйберҙәр бәйләргә бөтмәҫ көс бирә.
Алтын ҡуллы ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: