+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар 2021, 19:30

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

ҠЫҪАЛА. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға теләһәгеҙ, бөгөн финанстарығыҙға теймәй тороғоҙ. Ул саҡта иртәгә лә бөгөнгөләй бай булырһығыҙ.Ҡалғаны түбәндә

Ҡуҙы. Үҙ теләктәрегеҙгә ирек бирә алаһығыҙ. Әгәр кем менәндер һөйләшергә теләмәһәгеҙ, бөгөн рәхәтләнеп шым йөрөгөҙ.
Буға. Бығаса һөйләшелгән килешеүҙәрегеҙ үтәлмәүе ихтимал, шуға килешелмәгән аҙымға баҙнат итә алаһығыҙ. Иң мөһиме – был турала алдан иҫкәртегеҙ.
Игеҙәктәр. Үҙ һәләттәрегеҙҙе асырға ваҡыт. Яратҡан шөғөлөгөҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Әгәр ул булмаһа, тәҙрәгә ҡарап ултырыу ҙа кинәнес килтерер.
Ҡыҫала. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға теләһәгеҙ, бөгөн финанстарығыҙға теймәй тороғоҙ. Ул саҡта иртәгә лә бөгөнгөләй бай булырһығыҙ.
Арыҫлан. Кескәй аңлашылмаусанлыҡтарға иғтибар итмәгеҙ. Ниҙер килеп сыҡмаһа, һәр саҡ ғәйепте башҡа кешегә күсерергә була.
Ҡыҙҙар. Ирешер өсөн ҡулай көн. Күптән кемгәлер әйтер һүҙегеҙ булһа, бөгөндән дә яҡшыраҡ ваҡыт булмаҫ.
Үлсәү. Ни тиклем әҙерәк кеше менән күрешәһегеҙ, көнөгөҙ шул тиклем уңышлыраҡ үтер. Был пандемияға ғына бәйле түгел, ғөмүмән, осрашыуҙарҙы ҡалдырып тороғоҙ. Бөгөн һеҙ тәҙрә төбөндәге гөл, үҙ аллы, ҡояшҡа ҡыҙынып тик ултырығыҙ.
Саян. Кеше һүҙенән ҡурҡһағыҙ, бөгөн яңы башланғыстарға тотонмай торорға кәрәктер, сөнки бөтәһе лә һеҙҙең фекерегеҙ менән килешмәҫ.
Уҡсы. Ял итергә ваҡыт түгел, ағымға ҡаршы йөҙөгөҙ һәм елгә ҡаршы төкөрөгөҙ. Бөгөн барыһына ла көсөгөҙ етер.
Ылаҡ. Һеҙҙең әйткән һәр һүҙегеҙ үҙегеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы ихтимал. Шуға ауыҙығыҙҙы самалап асығыҙ.
Һыуғояр. Хәлһеҙлек тойорһоғоҙ, әммә быны үҙ файҙағыҙға ҡуллана алаһығыҙ. Бәләгеҙҙе башҡаларға һалырға ваҡыт.
Балыҡ. Күптән ниндәйҙер мәсьәләне хәл итә алмай йөрөһәгеҙ, бөгөн үк уны сисеп ҡуйығыҙ. Сөнки йондоҙҙар балыҡтарға уңыш вәғәҙәләй.
Читайте нас: