+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2021, 19:15

Оҫталар беҙҙең арала

Һалҡын тимерҙең ҡайнар матурлығы

Дәүләкәндәрҙе барыһы ла Үҙәк парктың тимерҙән биҙәкләп эшләнгән ҡапҡаһын һәм бағаналарын, ҡоймаһын күргәндер. Улар ҡала халҡында популярлыҡ яулаған ял итеү урынын реконструкциялағандан һуң барлыҡҡа килде. Бөгөн инде ул паркты ғына түгел, бар тирә-яҡты биҙәп тора. Был матурлыҡты Дәүләкәндә йәшәүсе Александр Сорокиндың оҫта ҡулдары тыуҙырған.
Александр тимерҙән сүкеп төрлө әйберҙәр яһау менән бынан ун йыл элек шөғөлләнә башлай. Йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алғас, уны кәртәләп алырға кәрәк була. Шул саҡта хужа ҡапҡаны үҙ ҡулдары менән яһап ҡарарға хәл итә. Ҡапҡаның да ябайын ғына түгел, сүкеп, төрлө биҙәктәр менән эшләп ҡарамаҡсы була. Ул саҡта Александар Рязань торба заводының айырымланған 2-се подразделениеһында токарь булып эшләй. Металл менән эшләү буйынса ярайһы уҡ тәжрибә туплаған белгес ниндәй материал, нисегерәк эшләргә кәрәклеген яҡшы белә.
Маҡсатҡа өлгәшеү күп тырышлыҡ талап итә, әлбиттә, бөтә деталдәрҙе ҡулдан яһай, торбаларҙы махсус матрицала бөгә. Тырышлыҡ үҙенекен итә – шундай матур ҡапҡа килеп сыға. Бындай матурлыҡты күргән кешеләр Александрға заказдар менән мөрәжәғәт итә башлай һәм оҫта үҙ эшен тапҡанын аңлай.
Тимерҙән сүкеп эшләнгән әйберҙәр егеттә һәр саҡ һоҡланыу уята. Мәктәптә уҡығанда шофер булырға тигән хыялы уны 103-сө һөнәрселек училищеһына алып килә, артабан Бәләбәй механизациялау һәм электрофикациялау техникумын тамамлай. Заводта көйләүсе булып эшләгән осорҙа өлкән коллегаларынан иретеп йәбештереү эшенең нескәлектәренә төшөнә.
Александр Сорокин ете йыл Рязяань торба заводында хеҙмәт һала. Семәрләп ҡапҡа яһауға заказдар күбәйеп киткәс, ҡатыны менән бергәләп үҙ эштәрен асырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, ғаилә предприятиеһы барлыҡҡа килә, Александа заказдар ҡабул итә, Айгөл бухгалтерияны, бөтә ҡағыҙ эшен алып бара. Тиҙҙән үҙҙәренә электр станогы һатып алалар, уның менән дүрт йыл эшләү осоронда бөтә операцияларҙы үҙләштерә, артабан үҫергә кәрәк була. Ике йыл элек оҫтаханаһына заказ буйынса универсаль һөнәри станок урынлаштырыла, был мөмкинлектәрҙе арттыра, эште лә һиҙелерлек еңеләйтә. Сүкеп эшләүҙе еңел тип әйтеп булмай. Бөгөн оҫта ҡыҙыу ут ҡаршыһында ҡулына сүкеш тотоп тормай, әлбиттә. Ҡыҙыл төҫкә ингән тимер киҫәген тейшле хәлгә килтергәнсе сүкемәй ҙә. Уның төп материалы – төрлө ҡалынлыҡтағы торбалар. Александр уларҙы махсус станокта үҙенә кәрәк булғанса бөгә, уларҙан төрлө биҙәктәр яһай.
  • Был металды һалҡын килеш сүкеү тип атала, - тип аңлатма бирә Александр, - ҡыҙыу тимер менән эш иткәндә металл сыбыҡтар йәки квадрат плазма менән йылытыла, артабан станокта эшкәртелә. Әлбитт, ҡатлаулы операция, шуға был ысул менән яһалған изделие ҡиммәтерәк тора. Күберәге ғәҙәттәге һалҡын ысул менән эшләргә заказ бирәләр. Ҡайһы саҡта махсус фурнитуралар индереүҙе һорайҙар, буяғандан һуң металл өҫтөндә матур күренеш хасил була.
  • Йортто биҙәп торған һәр изделие, ҙур йәки бәләкәй ҡапҡа, хатта мебель булһынмы, үҙенсәлекле. Һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас биҙәге, дизайны. Александр ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, заказсыларының эскиздары буйынса эшләй, үҙенекеләр ҙә етерлек.
    Тәүҙә буласаҡ ҡапҡаның биҙәге айырым элементтарҙан оҫтахананың иҙәнендә йыйыла, артабан клиент килеп ҡарай, фекерен белдерә, унан инде оҫта барлыҡ деталдәрҙе бер бөтөнгә йыя башлай. Әҙер изделие матур һәм йыйынаҡ булһын өсөн иретеп йәбештерелгән ерҙәрен шымарта. Оҫта ҡулдары сүкеп яһаған ҡапҡаларҙы урынына урынлаштырып, буяп ебәрһәң – матурлыҡҡа таң ҡалаһың.
    Ҡайһы берәүҙәре айрыуса үҙенсәлекле, төрлө художестволы элементтар менән байытылған, уларҙы ысын сәнғәт әҫәрҙәре тиергә мөмкин. Заказсыға үҙенең мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн элегерәк Александар уларҙы фотоға төшөрә барған. Һөҙөмтәлә бер нисә ҡалын альбом барлыҡҡа килгән. Хәҙер күпкә яйлыраҡ, һүрәттәрҙе үҙеңдең сайтыңда урынлаштыраһың, һәр кем ҡарай ала. Ҡарарлыҡ нимәләр бар. Төрлө биҙәктәр менән сүкеп эшләнгән ябай ҡапҡаларҙың эстетик зауығы һоҡландырғыс.
    Оҫтаға күләмле әйберҙәрҙән өйҙөң буйынан буйына ҡоймалар, ҡапҡалар, вағыраҡтарҙан – өҫтәлгә ултыртырға раузалар, салфетка ҡуйырға һауыттар эшләҫргә тура килгән. Александр Сорокин әйтеүенсә, эше ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ижади. Ябай тимер киҫәгенән үҙ ҡулдарың менән матурлыҡ тыуҙырыу ҡыуандыра, илһамландыра. Ә ҡала буйынса улар күпме!
    Галина Бурдилева.
    Автор фотоһы.
    Читайте нас: