+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ғинуар 2021, 12:15

Теге өсәүҙән йондоҙнамә! 

БУҒА. Үҙ-үҙегеҙгә проблемалар тыуҙырмаһағыҙ, көнөгөҙ уңышлы үтер. Күберәк документтар менән эш итергә тырышығыҙ.Ҡалғаны түбәндә

Ҡуҙы. Эш буйынса яңы танышыуҙар, бәйләнештәр булдырырға ваҡыт. Әгәр күптән күрше кабинеттарҙа ултырған коллегаларығыҙҙы күрмәһәгеҙ ҙә, бөгөн мотлаҡ инеп хәл белешеп сығығыҙ.
Буға. Үҙ-үҙегеҙгә проблемалар тыуҙырмаһағыҙ, көнөгөҙ уңышлы үтер. Күберәк документтар менән эш итергә тырышығыҙ.
Игеҙәктәр. Башҡалар тураһында ғәйбәт һөйләүҙән арынып тороғоҙ. Бөгөн уның кире әйләнеп ҡайтыуы ихтимал.
Ҡыҫала. Ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Бөгөн дә, иртәгә лә, бер айҙан һуң да тәҙрә артында ҡыш.
Арыҫлан. Әгәр бөтә эшкә лә бер юлы тотонмаһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Иғтибарығыҙ аҡса түгел, уны тирә-йүнгә сәсергә кәрәкмәй.
Ҡыҙҙар. Фекерҙәштәрегеҙ менән аралашыу өсөн ҡулай көн. Шуға ла “Юлдаш” радиоһының социаль селтәрҙәренә теркәлеп ҡуйығыҙ.
Үлсәү. Эшләй белгән эшегеҙҙе эшләгеҙ. Яңы тармаҡҡа тығылырға теләһәгеҙ ҙә, кәрәкмәй. Кесаҙна һеҙгә дүшәмбе түгел.
Саян. Бөгөн иң мөһим, төплө, ауыр эштәргә тотона алаһығыҙ. Еңегеҙҙе төрмәһәгеҙ ҙә була, уңыш үҙенән-үҙе килер.
Уҡсы. Шопингтан тыйылып тороғоҙ, икмәк артынан сығып, сит илгә осоуығыҙ ихтимал.
Ылаҡ. Бөгөн һеҙ тауҙар шылдыра алаһығыҙ. Тик ни менәндер шөғөлләнер алдынан ете тапҡыр уйлап алығыҙ: был һеҙгә кәрәкме?
Һыуғояр. Яңы мәғлүмәткә артыҡ ышанып бармағыҙ. Бөгөн һеҙ иң аҡыллыһы. Тәүәккәл аҙымдар менән комментарийҙар ҡалдыра алаһығыҙ.
Балыҡ. Кесаҙна ул бәләкәй йома икәнен онотмағыҙ. Иң матур һәм йылы аяҡ кейеме, күлдәк, куртка кейегеҙ ҙә бер кемгә иғтибар итмәй үҙ тантанағыҙ үҙәгендә булығыҙ.
Читайте нас: