+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 12:15

"Люциәбеҙ алсаҡ, мөләйем! "

Шулай тиҙәр ауылдаштары Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы Сәфиуллина хаҡында. Ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Буранғол ауылында йәшәүсе Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы Сәфиуллина Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре булып эшләй. Халыҡтың яҡланмаған һәм аҙ яҡланған ҡатламына ярҙам күрһәтеү - был ойошманың бурысы.
Социаль хеҙмәткәрҙең бурысы нимәнән ғибәрәт һуң? Ул ярҙам талап ителгән кешеләрҙе асыҡлай, уларҙың көнкүреш шарттарын яҡшыртырға, социаль-хоҡуҡи яҡтан яҡларға тырыша. Әңгәмә һәм консультацияларҙан тыш, социаль хеҙмәткәр үзенең ҡул аҫтындағылар янына даими барып, уларҙың тормошон күҙәтеп һәм көнкүрешендә ярҙамлашып тора.
Социаль хеҙмәткәр түбәндәге вазифаларҙы башҡара: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көндәлек тормош өсөн кәрәк-яраҡтар һатып ала, төрлө ташламалар юллай.
Буранғол ауылында йәшәүсе Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы 15 пенсионерҙы ҡарай, уларға бөтә эштәрҙә ярҙамлаша. Намыҫлы, изге һәм алсаҡ күңелле, кеше менән аралашыусан, мөләйем Люциәне үҙе ярҙамлашҡан пенсионерҙар ғына түгел, ә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ярата, ихтирам итә.
Ошо көндәрҙә Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы Сәфиуллина матур ғүмер байрамын -күркәм юбилейын ҡаршылаған. Тантаналы дата менән ҡотлап, ауылдаштары уға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, һәр саҡ шулай йәш, мөләйем булып ҡалыуын теләй һәм бүләккә уның хөрмәтенә төшөргән видеороликтарын тәҡдим итә.
Читайте нас: