0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Ғинуар 2021, 11:15

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

САЯН. Бәйҙән ысҡынған эт, йә ата-әсәһенән айырылып ҡалаға килгән студент кеүек, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй теләһә нимә ҡылып ҡуймағыҙ. Һеҙҙең теҙгенде тотоусыны табырға кәрәк.Ҡалғаны түбәндә

Ҡуҙы. Организмығыҙҙы тыңлағыҙ. Ашайым тиһә, ашатығыҙ, йоҡлайым тиһә, бишек йыры йырлағыҙ.
Буға. Тамамланмаған эшегеҙ бар икән уны мотлаҡ бөгөн йомғаҡлап ҡуйығыҙ. Ә күңелле мәлдәрҙе һуҙырға ла мөмкин.
Игеҙәктәр. Уңыштың ҡойроғонан тотоп өлгөрөгөҙ. Ә "килеп сыҡмай", "был минеке түгел" тигән уйҙарҙы ҡойроғонан тотоп сығарып һелтәгеҙ.
Ҡыҫала. Ныҡ уйлап мейегеҙ ҡайнап киткән. Бөгөн физик эш менән булығыҙ.
Арыҫлан. Һеҙ Фемида ролендә булырһығыҙ. Һеҙҙең ҡарарға бойһонорҙар. Бер генә теләк, ғәҙел булығыҙ.
Ҡыҙҙар. Елена Иҫәнбаева, йә Сергей Бубка алған бейеклектәрҙән дә текәрәк ҡаршылыҡтар көтә. Улар булдырғас һеҙҙең дә ҡулдан килер.
Үлсәү. Бөтәһе лә ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, әммә күңел бушатыр кеше булмаҫ. Һыуға, йә утҡа һөйләп ҡарағыҙ.
Саян. Бәйҙән ысҡынған эт, йә ата-әсәһенән айырылып ҡалаға килгән студент кеүек, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәй теләһә нимә ҡылып ҡуймағыҙ. Һеҙҙең теҙгенде тотоусыны табырға кәрәк.
Уҡсы. Етерлек һөйләнегеҙ инде, хәҙер эшкә тотонорға ваҡыт. Һөйләүҙе беҙгә ҡалдырығыҙ.
Ылаҡ. Тойғоларҙы еткерер өсөн һүҙҙәр етмәҫ. Әммә яҡындарығыҙ һеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлар һәм һәр яҡлап ярҙам итер.
Һыуғояр. Һеҙ Вольф Мессинг кеүек һәр кемде үҙегеҙгә бойһондора алаһығыҙ. Әммә был гипнозсы төрмәлә лә ултырған, шуға һеҙ ҙә артыҡ шашмағыҙ.
Балыҡ. Бер дуҫығыҙ шылтыратып күңелле ял итәйек тиер, икенсеһе шәп эш тәдим итер. Һайлау һеҙҙән.
Читайте нас: