+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2021, 14:30

Баш осомдан тәрилкәләр оса...

Унан бысаҡҡа тотондо...

Йәкшәмбе кис республиканың төп телеканалында «Жизнь после насилия» тигән тапшырыу күрһәтелде. «Мөмкинлек» ойошмаһы тарафынан булдырылған «Социаль ҡунаҡхана»ла йәшәргә мәжбүр булған ҡатындарҙың һөйләгәндәре ҡот осҡос. Ирҙәренән иҙелгән, туҡмалған ҡатындарҙың, сабыйҙарҙың әле былар бер нисәһе генә. Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙең төбәктә генә иренең ҡатынын үлтереү факттары шаңҡытты. Ә белмәгәндәре күпме...
Ирҙәренең барыһының да һүҙе бер: «Кемгә кәрәгең бар?»
Вәхшилектән, яуызлыҡтан ике балаһын алып китергә мәжбүр булған Гуля исемле ҡатын һөт менән ҡарабойҙайҙан башҡа нимә күрмәһәк тә, балаларымды үҫтерҙем ти.
Үлтереү осраҡтарын күрһәткән кадрҙар бигерәк аяныслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең бөгөнгө тормош...
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: