+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2021, 12:20

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

УҠСЫ. Һеҙҙең менән ай идара итә. Шуға: "Ай, ҡайҙа барайым, ай, нимә эшләйем?", - тип һуғылып тик йөрөрһөгөҙ. Етди эшкә тотонмағыҙ.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Хыялдарығыҙ күккә күтәрһә лә, ерҙән айырылмағыҙ. Икар ҙа ҡояшҡа етергә теләгән, әммә... аҙағын үҙегеҙ беләһәгеҙ.
Буға. Сабырҙар һәм уйлап эшләгәндәр гел уңа. Атайығыҙ Газпром етәксеһе түгел икән, һеҙгә лә был алымды ҡулланырға кәрәк.
Игеҙәктәр. Үҙегеҙгә артыҡ ҡаты булмағыҙ. Көҙгөләге кешене яратырға өйрәнһәгеҙ ул башҡаларҙың да күңеленә ятыр.
Ҡыҫала. Хистәрегеҙҙе ауыҙлыҡлағыҙ. Улай ғына түгел, арҡанлап ҡуйығыҙ. Тышаһағыҙ ҙа була.
Арыҫлан. Йөгөгөҙ ауыр, ә Камазығыҙ юҡ икән, үҙегеҙҙә ышанысты арттырырыөсөн йөктөң бер өлөшөнән арынырға кәрәк.
Ҡыҙҙар. Стрестар көнө. Оҙон юлға сыҡмағыҙ, бәхәскә инмәгеҙ. Салют атыр көндәрегеҙ алда әле.
Үлсәү. Көнгә етди пландар ҡормағыҙ. Бер яҡын кешегеҙҙе башына тай тибер һәм ул һеҙҙең эште юҡҡа сығарыр.
Саян. Һеҙ изге күңелле булғанға кем ғәйепле? Үҙегеҙ. Бөгөн дә кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк булыр.
Уҡсы. Һеҙҙе менән ай идара итә. Шуға "ай, ҡайҙа барайым", "ай, нимә эшләйем" тип һуғылып тик йөрөрһөгөҙ. Шуға етди эшкә тотонмағыҙ.
Ылаҡ. Юлдаш кеүек, иртә таңдан кискә ҡәҙәр эшләргә тура килер. Әммә көн аҙағында матур осрашыуҙар һәм күңелле ял көтә.
Һыуғояр. Күп кешене үҙегеҙгә йәлеп итә алырһығыҙ. Әммә һеҙҙең йырҙы йырларға бөтәһе лә шат булмаҫ. Шулай ҙа күмәк көстән файҙа алыу мөмкин.
Балыҡ. Һеҙ берәй нәмә һатып алырға барһағыҙ, арзанырағы юҡмы икән, тип уйлайһығыҙ. Тормошта ла шулай, һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән әйберҙәрҙең яҡшыраҡтары бар. Эҙләгеҙ.
Читайте нас: