+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар 2021, 17:45

Ярҙамсыларыбыҙға рәхмәт!

Редакция почтаһынан Ҡалала йәшәүсе ирекмәндәргә һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерә.

«Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзиттәре редакцияһына ҡалала йәшәүсе Рима Булатованан хат килде. Ул йәше һәм сәләмәтлек торошо буйынса коронавирус пандемияһы осоронда халыҡ күп йыйылған урындарға йөрөүҙән тыйылған граждандар төркөмөнә ҡарай.
Хат авторы районда бындай кешеләргә кемдәр ярҙам итеүе тураһында һөйләй.
«Пандемия осоро өлкәндәр өсөн көтөлмәгән үҙгәрештәр килтерҙе. Күпселек ваҡытыбыҙҙы өйҙә үткәрергә мәжбүр булдыҡ. Әлбиттә, был инфекцияның беҙҙең өсөн хәүефле булыуын аңлайбыҙ, кеше күпләп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә тырышабыҙ. Әммә магазиндарға, дарыуханаларға бармайынса мөмкин түгел. Ошондай еңел булмаған осорҙа беҙгә ирекмәндәр һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға килде. Үткән йылда үҙаллы изоляция ваҡытында ирем Фәрит Мәхмүт улы Булатов ауырый ине. Автомобиль руле артында үҙем йөрөһәм дә, күберәге өйҙә ултырырға тырыштым.
Ғаиләмә ауыр булған әлеге осорҙа ла ирекмәндәр эргәмдә. Уларҙың эштәре яйға һалынған, эштәрен Жан Сәхәбетдинов координациялай, өлкәндәрҙең мөрәжәғәтен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Миңә яуаплы, башҡарыусан йәш кеше Сергей Легкота ярҙам итте. Уға ла, социаль хеҙмәткәр Айгөл Баһауетдиноваға ла рәхмәтлемен. Улар ишек алдын ҡарҙан таҙарта, өйҙө йыйыштыра, кәрәкле әйберҙәр ҙә һатып ала.
65 йәштән өлкән категорияһына ҡараған оло быуын вәкилдәренең барыһы исеменән пандемия осоронда үҙ-үҙҙәрен аямай ярҙам күрһәтеүҙәре, еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Улар сәләмәтлектәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙайта, һәм ошо хәүефле осорҙа беҙгә йәшәргә ярҙам итә. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ».
Читайте нас: