+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2021, 19:00

«Алтын тирмә»лә – дәүләкәндәр

Ошо көндәрҙә Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауыл биләмәһе вәкилдәре Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы каналында күптәрҙең яратып ҡараған тапшырыуына барып, Баймаҡ районы вәкилдәре менән көс һынашты.Ентекләберәк беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

«Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған тапшырыуҙа Көрмәнкәй ауылы вәкилдәре лайыҡлы сығыш яһаны. КФХ ағзаһы Йәмил Арыҫланов, Иҫке Көрмәнкәй ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Альбина Нестеренко, һаулыҡ һаҡлау ветераны Сафура Сәлимйәнова һәм ауылдың йәштәр йәмғиәте ағзаһы Альберт Батталов составындағы беҙҙең район данын яҡлаусы команда интеллектуаль уйында үҙен тапҡыр ҙа, зирәк тә, отҡор ҙа, һәр яҡлап мәғлүмәтле лә итеп күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта районыбыҙҙа уңған, оҫта, милли рухлы халыҡ йәшәгәнен иҫбат итерҙәй күп кенә ҡул эштәре, аш-һыу өлгөләре менән барыһын да таң ҡалдырҙы.
Уйын башланғас, команда ағзалары үҙҙәре менән таныштырып үтте һәм «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ауыл биләмәһендә ойошторолған төрлө саралар, 2011 йылдан башлап «Ауылпиада» тигән спорт байрамы уҙғарылыуы, дөйөм алғанда, Көрмәнкәйҙең спорт һөйөүсе ауыл булыуы, конкурста еңеп сыҡҡан өсөн бирелгән бүләк аҡсалары иҫәбенә урам тренажерҙары урынлаштырылыуы, ауыл ағинәйҙәренең бик әүҙем булыуы, скандинавса атлау менән шөғөлләнеүҙәре, бар эштәрҙә лә әүҙемлек күрһәтеүҙәре, районда беренселәрҙән булып төҙөлгән хоккей командаһы тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне.
Интеллектуаль уйын ҡунағы, билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова бүләк итеп үҙенең яңы ғына нәшер ителгән «Бетерә шыршыһы» тигән китабын алып килгән. Яҙыусы әҙерләгән һорау ҙа тап ошо Бетерә йылғаһына ҡағылышлы булды. Уға баймаҡтар көрмәнкәйҙәрҙән алдараҡ яуап бирҙе, шуға китаптар шул командаға бүләк ителде. Төрлө һорауҙарға дөрөҫ яуаптарҙы ике команда ла алмаш уңыш менән табып торҙо. Уйындың йомғаҡтарына килгәндә, ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйҙы һәм һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде.
Тапшырыу тамамланғандан һуң көрмәнкәйҙәр ҡаршы команда уйынсылары менән бергәләп, тапшырыуға алып барған тәмле күстәнәстәре, Факия Миҙхәт ҡыҙы Аҡбирҙина бешереп ебәргән бауырһаҡ менән сәй эсерҙе.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк, көрмәнкәйҙәр менән бергә сығыш яһаған Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы вәкилдәре ырыуҙаштар булыуы ла ҡыуаныслы хәл булды. Уйын барышында Көрмәнкәй ауылы вәкилдәренең ҡасандыр Баймаҡ районының Күсей һәм Төркмән ауылдарынан Дәүләкән ерҙәренә күсеп килеп, гүзәл Дим йылғаһы буйындағы боронғо йәйләүҙәрҙә төпләнеп ҡалған бөрйән ырыуы вариҫтары булыуы асыҡланды.
Читайте нас: