+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ғинуар 2021, 12:30

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

АРЫҪЛАН. Энергияғыҙ мең Ильич лампаһын яҡтыртырлыҡ. Әммә Ильич лампалары иҫкергән, энергияны яңы эшкә йүнәлтегеҙ.Ҡалғаны түбәндә

Ҡуҙы. Илон Маскҡа тиклем Марста мегаполис төҙөргә теләһәгеҙ, алға. Бөгөн тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҙа ғәмәлгә ашыр.
Буға. Балаға юҡ, йә етәр тигән һайын ул нығыраҡ шаша. Һеҙ ҙә бөгөн шашып алығыҙ. Уйын- көлкө, аҡыл ярышында үҙегеҙҙе сикләмәгеҙ.
Игеҙәктәр. Һеҙҙеңсә зебрала ла, тормошта ла ҡара һыҙаттар юҡ. Аҡ юлдан ғына йөрөйһөгөҙ, афарин.
Ҡыҫала. Саң ҡағып алыр кәрәк. Баштамы ул, ғаиләләме? Һәр кемдең үҙ туҙаны. Бик булмаһа өйҙәге саңды һөртөгөҙ.
Арыҫлан. Энергияғыҙ мең Ильич лампаһын яҡтыртырлыҡ. Әммә Ильич лампалары иҫкергән, энергияны яңы эшкә йүнәлтегеҙ.
Ҡыҙҙар. Бөгөн Тимурҙың вазифаһынан баш тартып тороғоҙ. Лидерлыҡ сифаттары алда кәрәк булыр, әлегә көс туплағыҙ.
Үлсәү. Шәхсән фекерегеҙ менән башҡаларҙың әйтер һүҙе араһында нәҙек кенә еп һуҙылған. Өҙөп ҡуймағыҙ, уйлап һөйләгеҙ.
Саян. Үҙгәрештәр көнө. Һауа торошо үҙгәрһә бер бәлә, әммә үҙгәрештәр шәхси тормошта ла булмаҡсы.
Уҡсы. Бөгөнгө көнгә планығыҙҙы аҡ ҡағыҙға яҙып һыуытҡысығыҙға йәбештереп ҡуйығыҙ һәм унан тайпылмағыҙ.
Ылаҡ. Бөгөн йылмайып ҡына йөрөгөҙ. Ҡыйыш әйтеп йә йөҙ боҙолор, йә тештәр ҡойолор.
Һыуғояр. Башығыҙҙа нисә сәс бар шунса сюрприздар буласаҡ. Бөтәһен дә ихлас ҡабул итегеҙ, был яҙмыштың бүләге.
Балыҡ. Күпме дарығыҙ ҡалған шунса атығыҙ, дарығыҙ бөтһә уҡ сойорғотоғоҙ. Бөгөн бөтә эште еренә еткереп эшләргә кәрәк.
Читайте нас: