«Шул йылдарҙа тыуған бөтә балалар кеүек үк, Рабиға Ғайса ҡыҙы ла заман михнәттәрен үҙ иңендә татып үҫә.
«Мин 1931 йылдың 25 ғинуарында тыуҙым, - тип хәтирәләргә бирелә ағинәй. - Атайым Ғайса, әсәйем Сәмирә – икеһе лә колхозсылар. Атайым 40 йәшендә вафат булды, әсәйем иң өлкәне – 13, иң кесеһе 3 айлыҡ биш бала менән яңғыҙы тороп ҡалды. Миңә ул ваҡытта ни бары 5 йәш ине. Әсәйем фермала һауынсы булып хеҙмәт һалды. Кескәй саҡтан уҡ беҙ, балалар ҙа, колхозда тир түктек ».
Шулай үҙ яйына ғына аҡҡан тормоштарын дәһшәтле һуғыш бүлә. Рабиғаға ул ваҡытта ни бары 10 йәш була. Бөтә йәштәштәре кеүек, ул да өлкәндәр менән бер рәттән колхоз эштәренә сыға: яҙын-көҙөн - иген баҫыуҙарында, ҡыштарын фермала хеҙмәт һала. Иген сәскестәр артынан ялан аяҡлап йөрөгән, үгеҙ егеп көлтәләр ташыған, ҡышын урманда утын ҡыррҡан көндәрен бөгөн дә күҙ йәштәре аша иҫкә ала ағинәй. 13 йәшендә аттар ылауында элеваторға игенен дә ташый, Ишимбай-Ермолаево тимер юлы төҙөлөшөндә лә ҡатнаша. Унда хеҙмәт һалған бер ай ғүмере Рабиғаның күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған.
«Асыҡ яланда, палаткаларҙа йәшәнек, - тип иҫкә ала ул, - юлды күтәртеү өсөн ерҙе носилкалар менән ташый торғайныҡ».
1951 йылда Ҡырмыҫҡалыла хисапсылар курсында уҡып ҡайта ҡыҙ. 1952 йылда Зөфәр Ғәфүров менән тормош ҡоралар. Бер-бер артлы дүрт улдары тыуа. Тормош үҙ яйына аға. 1957 йылға тиклем ауылда МТС-та бухгалтер була. Тормош иптәше лә ошонда уҡ механик эшен башҡара. МТС ябылғас, 1987 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы, Киров исемендәге колхозда бухгалтер булып хеҙмәт һала. Шул уҡ ваҡытта башҡа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән бер рәттән сөгөлдөрөн дә утай, бесән-һалам эҫкертләргә лә йөрөй, иген келәтендә лә эшләй. Тормош иптәше Зөфәр 1983 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡыҙғанысҡа күрә, Рабиға Ғайса ҡыҙына бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килә – оло улы Флүрҙе мәңгелек донъяға оҙата. Мәжите Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән йылдарҙа ла күпме ут йоторға тура килә әсәгә. Улдары Линир, Рәмил һәм Мәжит үҙҙәренең ғаиләләре менән йәшәй, һигеҙ ейәне һәм 15 бүләһе - Рабиға инәйҙең оло ҡыуанысы.
Бөгөнгө көндә Рабиға Ғайса ҡыҙы ауылда яңғыҙы донъя көтә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да теремек, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған әсәләре янына улдары, ейәндәре ғаиләләре менән йыш ҡайтып, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашып тора. Бына бөгөн дә, улар әсәләрен мәртәбәле байрамы менән ҡотлар өсөн атай йортона йыйыласаҡ һәм ҡәҙерле кешеләренә йөрәк йылыһы менән һуғарылған рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен бүләк итәсәк», - тип яҙа хөрмөтле ағинәй тураһында ауылдаштары Минифан һәм Суфия Сәхәбетдиновтар.
Беҙ ҙә Рабиға Ғайса ҡыҙына мәртәбәле юбилейы уңайынан оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығы теләйбеҙ.