-13 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраля 2021, 12:55

МЕҢ ДӘ БЕР КӘҢӘШ

Сәйҙә бөтә витаминдар ҙа бар тиерлек, бигерәк тә С (лимон йә әфлисун һутына ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк).Был турала сайтта уҡығыҙ.

Сәйҙә бөтә витаминдар ҙа бар тиерлек, бигерәк тә С (лимон йә әфлисун һутына ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк), Р (рутин - күҙәнәктәрҙең тын алыуына һәм тамырҙарҙың тукландырылыуына булышлыҡ итә), В төркөмө (тире, сәс торошо өсөн яуаплы, бауыр, нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта) витаминдарына бай.
Кофеин йөрәк-ҡан системаһы эшмәкәрлеген яйға һала, калий йөрәк тарамыштарына ыңғай тәьҫир итә. Әммә ҡаты сәй, кофеины күп булыу сәбәпле, йөрәк тибешен көсәйтә. Уғата каты сәй эсеү һаулыҡҡа зыянлы.
Сәйҙе ашҡаҙандың сей яраһы, гипертония, бөйөр ауырыуҙары, ауырлы ҡатындарҙа токсикоз булһа, йоҡлай алмағанда, глаукома менән яфаланыусыларға эсергә кәңәш ителмәй. Сабыйҙарға сәй бирергә ярамай.
Фото интернеттан алынды.
Юлай Мурзабаев.
https://zori102-b.rbsmi.ru/news/Me-d-ber-k--sh-659168/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107891741
Читайте нас в